Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Август 2018, 16:58

Алтын башаҡтар йырын тыңлап

Район аграрсылары өсөн ҡыҙыу осор етте.

Туҡ башаҡтарҙың әкрен генә иҫкән елгә тирбәлеүе, комбайндар геүләүе, гәрәбәләй иген бөртөктәре – быларҙың бөтәһе лә баҫыуҙарҙа ураҡ эштәре башланыуы тураһында һөйләй. Бөгөн игенселәр өсөн аяҙ көндөң һәр минуты ҡәҙерле, шуға ла улар иртә таңдан ҡара төнгәсә ал-ял белмәй, бөтә көсөн һалып эшләй.

Ауыл хужалығы бүлегенең агрономия хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 6 авгусҡа ҡарата 9800 гектар майҙанда иген культуралары сабылған (был планға ҡарата 21 процент), 7500 гектары һуғылған (16 процент), 16730 тонна иген һуҡтырылған, гектар ҡеүәте 22,3 центнер тәшкил итә.

Һәр ваҡыттағыса, “Колос” агрофирмаһында ураҡ эштәрен күтәренке кәйеф менән башлап ебәргәндәр. Алтындай йәйрәп ятҡан баҫыу киңлегендә әкрен генә алты “Акрос” комбайны килә. Тос башаҡтар комбайн урғысында юғала барған һайын, уның артынан тип-тигеҙ һабаҡтар ҡалыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Ҡеүәтле техникаға тәжрибәле механизаторҙар Раил Фәхриев, Альберт Әсфәндийәров, Валентин Осипов, Александр Хажиғәлиев һәм Марс Ғатауллин идара итә. Был хәрби экипаж ябай ғына булып сыҡманы. Командаға 47 (!) йыл игенсе стажына эйә аҡһаҡал, 62 йәшлек Исраил Ғималетдинов етәкселек итә. Өҫтәүенә механизаторҙар араһында хәрби-һауа десанты ла бар икән.

Әммә беҙ баҫыуға барған Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә, Александр Хажиғәлиев, полкташ дуҫтарынан айырмалы булараҡ, фонтандарҙа ҡойонмай, иртән иртүк зәңгәр беретын һәм тельняшкаһын кейеп, туп-тура елдә тирбәлгән алтын иген баҫыуына йүнәлде.

- Мин Новороссийскиҙа, етенсе гвардия һауа-десант дивизияһында хеҙмәт иттем, - ти йылмайып, тәжрибәле комбайнсы. – Контракт буйынса тәүҙә армияла ҡалғайным, ләкин тиҙҙән үҙемдең хәрби кеше булмауымды аңланым. Мин ергә береккәнмен. Олатайым да, атайым да тракторсы булған, икеһе лә тыуған ерҙә хеҙмәт һалған. Мин дә улар эшен дауам итергә булдым. Ә байрамға килгәндә иһә, бындай баҫыуҙа эшләүе - үҙе бер кинәнес.

- Беҙҙең Саша йыл әйләнәһенә эш менән мәшғүл, - тип маҡтаны механизаторҙы баш агроном Сабирйән Ғәниев. – Яҙын сәсеүҙә ҡатнаша, ҡара көҙгә тиклем - ураҡта, ә ҡышын юл ремонтлау-төҙөү идаралығында К-700 тракторы менән юл таҙарта. Өҫтәүенә өлгөлө ғаилә башлығы ла, тормош юлдашы Олеся менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр, яңы йорт һалалар.

Эйе, йыл һайын мул уңыш алыуҙары менән дан тотҡан “Колос” агрофирмаһында эштәр көйлө бара. Хужалыҡтың 1862 гектарҙы биләгән иген баҫыуҙарында ужым культуралары быйыл да яҡшы уңыш менән ҡыуандыра. Башаҡтар тығыҙ һәм тос. Шунлыҡтан һуҡтырылған иген дә күп. Мәҫәлән, таҙа пар ерҙәренә сәселгән ужым арышының “Ҡунаҡбаев иҫтәлегенә” сорты гектарынан 32 центнер төшөм биргән. Башҡа сорттарҙан да шундай уҡ уңыш алырға ниәтләйҙәр. Шулай булғас, десантсы хаҡлы, бындай мул уңышлы иген баҫыуында эшләүе – үҙе бер байрам.

Читайте нас: