-5 °С
Болотло
Бөгөн район игенселәре ужым культуралары баҫыуҙарында урып йыйыу эштәре алып бара. 1900 гектар майҙанда ужым арышы сабылған (был - планға ҡарата 22 процент), 1400 гектары һуғылған, 3450 тонна иген һуҡтырылған, гектар ҡеүәте 24,6 центнер тәшкил итә. 700 гектарҙа (11 процент) ужым бойҙайы йыйып алынған, был культураның уңышлылығы быйыл - гектарынан 20,6 центнер. 658 гектарҙа ужым шипкәне (62 процент) сабылған. 635 гектары һуғылған, 508 тоннаһы һуҡтырылған, төшөм – гектарынан 8 центнер.