1993 йылдың апрелендә ойошторолған Дибаевтарҙың ғаилә крәҫтиән хужалығы бөтә баҙар дауылдарына һәм иҡтисад бурандарына бирешмәне һәм бөгөн киләсәккә ышаныслы ҡарай. Крәҫтиән хеҙмәтенә тоғролоҡтоң сере нимәлә һуң? Быны беҙ Ниғмәтулла ауылы фермерҙары Дибаевтарға ҡунаҡҡа барғас асыҡларға тырыштыҡ.
Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары. Барлыҡ ҡиммәттәр үҙгәрештәр тулҡынына бәрелеп селпәрәмә килә, ҙур ил глобаль һәләкәт баҫымында тирбәлә. Ауыл хужалығын алып барыуҙың ғәҙәти системаһы емерелә, колхоздар, совхоздар көс-хәл менән йәшәп килә. Тап шул ваҡытта ергә береккән, үҙ аллы эшләргә һәләтле крәҫтиәндәр билдәһеҙлек диңгеҙендә “яңғыҙ йөҙөргә” йөрьәт итә. Улар араһында Ниғмәтулланан Миңлевәдүт Ғарифулла улы Дибаев та була.
Ауылда тыуып үҫкән кеше булараҡ, бәләкәйҙән икмәк ҡәҙерен, ерҙә эшләүҙең йәшәү рәүеше икәнен яҡшы белә ул. Фермерлыҡҡа тотонғансы, Миңлевәдүт Ғарифулла улы Киров исемендәге колхозда баш агроном булып хеҙмәт һала. Оҙаҡ йылдар комплекслы бригадаға етәкселек итә, техника хәүефһеҙлеге буйынса инженер булып эшләй, бухгалтерлыҡ курстарын тамамлап, күпмелер ваҡыт кассир була, Аксен ауыл хужалығы техникумында агрономға уҡып сыға. Яңы эште башлап ебәреүе ауыр була: бер яҡтан ауылдаштарының, коллегаларының аңламауҙары, икенсе яҡтан – финанс, техник проблемалар. Әммә ҡарарының дөрөҫлөгөнә ныҡлы ышанған, тәжрибәле аграрсы Дибаев ғаиләһенең үҙенә таяныс буласағына ышана. Һәм яңылышмай ҙа.
Миңлевәдүт Ғарифулла улы ғүмере буйына фермала һауынсы булып эшләгән тормош иптәше Флүрә Миңлеғәли ҡыҙы менән биш ул тәрбиәләп үҫтерә. Тап улар өсөн тырыша яңы эш башлаған фермер. Улдары менән үҙен ышаныслы тоя, уйланған эштәрен дә киләсәккә йөҙ тотоп ниәтләй. Улдарынан да ҡулай ярҙамсылар булмауын Дибаев яҡшы аңлай. Ул бит үҙе уларҙы механизаторҙар итеп тәрбиәләгән. Үҫә төшкәс, бригадир малайҙарҙы баҫыу ҡараусылар итеп ҡуя, артабан егеттәрҙе “карьера баҫҡысы”ның киләһе этабы - комбайнсы ярҙамсыһы вазифаһы көтә, унан инде әкренләп баҫыу караптары штурвалы артына үҙҙәре лә ултыра. Һәр береһе крәҫтиән хеҙмәтен китаптарҙан түгел, ә иген баҫыуында ҡояшта ялтыраған туҡ башаҡтар араһында, ауыл тормошо ҡуласаһында өйөрөлөп өйрәнә. Шулай булғас, кесе Дибаевтарҙың киләсәге бала саҡтан уҡ билдәле була.
Биш бер туған – Жәүит, Хәлит, Илфаҡ, Илһам һәм Хәлил. Барыһы ла бер йөктө тарта – бишеһенә бер эште башҡара, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итә, шик-шөбһәләре, шатлыҡ-борсолоуҙары менән уртаҡлаша – бер кем дә кеше өлөшөнә инмәй.
- Эште башлап ебәргәндә бик күп көс һалынды, борсолоуҙар ҙа булды, - тип хәтерләй Миңлевәдүт Ғарифулла улы. – Колхоздан киткәндә, беҙгә иҫке генә ДТ тракторы, бер аҙ орлоҡ һәм ашлама бирҙеләр. Беренсе йылда 70 гектарға яҡын бойҙай, 50 гектар һоло, 10 гектар көнбағыш һәм 10 гектар шәкәр сөгөлдөрө сәстек. Эшләү өсөн техника кәрәк, кредитҡа “Беларусь” тракторы һатып алдыҡ. Заманы шундай ине бит, хаҡтар үҙгәреп тора, кредит суммаһы ла өс тапҡырға күтәрелде. Ни эшләргә? Банкта йортобоҙҙо залогҡа һалдыҡ. Ҡулда аҡса юҡ, ярай әле ҡатыным пенсия ала башланы, әммә был да етмәй ине, әлбиттә. Шәкәр сөгөлдөрө уңышын йыйып алыр ваҡыт етте, ул шул тиклем уңғайны, ә комбайныбыҙ юҡ. Уңышты башлыса ҡул менән сығарҙыҡ, әммә барыһын да соҡоп алып бөтөп буламы ни, татлы тамырҙың бер өлөшө баҫыуҙа ҡалды. Шулай ҙа сөгөлдөр тапшырыуҙан алынған килем банктағы бурысты ҡаплауға етте.
- Әгәр ғаилә берҙәм һәм татыу булһа, тормошта барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин. Улдарым да татыу, ә иң мөһиме, килендәребеҙ ҙә үҙ-ара килешеп йәшәй. Бөтә сер ҙә бына шунда инде, - тип йылмайып, һүҙгә ҡушыла Флүрә Миңлеғәли ҡыҙы.
Дибаевтар килендәренән уңған. Миләүшә, Фәйрүзә, Гөлнара, Галина һәм Әлфиә лә ирҙәре менән фермерлыҡ эшенә бөтә тырышлығын һала. Уларҙың барыһы ла һайлап алған кеүек, сибәрҙәр, эшһөйәрҙәр, крәҫтиән хеҙмәтен яҡшы беләләр. Тормош иптәштәре яҙ етеү менән иртә таңдан ҡараңғы төнгә тиклем баҫыуҙан ҡайтып инмәгәндә, ҡатын-ҡыҙҙар ғаилә усағын һаҡлай, ҙур йорт хужалығын алып бара, татар килендәренә хас булғанса, уңған хужабикәләр хәләлдәрен тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Төшкө ашты сиратлап әҙерләйҙәр. Ә Илһамдың тормош иптәше Галя бухгалтерия эшен алып бара.
Крәҫтиән-фермер хужалығы “башланғыс ауырыуҙар”ҙы еңеп сыға. Ал-ял белмәй эшләп, мул уңыш йыйып алалар, бәхеткә күрә, ул йылдарҙа бойҙайҙың хаҡы ла яҡшы ине. Бер йылдан һуң Дибаевтар ГАЗ-53 машинаһы, артабан еңел автомобиль, ДТ тракторы һатып ала. Бер һүҙ менән әйткәндә, барыһы ла яйға һалына. Бөгөн Дибаевтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығы – фермер хәрәкәтенең лидеры, иҡтисади тотороҡло, үҫешкән хужалыҡ. Элеккесә, иген культуралары һәм ҡуҙаҡлы культуралар, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш үҫтерәләр. Әгәр фермер хужалығын ойошторғанда иген баҫыуҙарының дөйөм майҙаны 200 гектар тәшкил итһә, хәҙер инде ул 1200 гектарға еткән.
Дибаевтарҙың бөгөн ныҡлы производство базаһы, үҙ тәжрибәһе һәм иген игеүгә үҙ ҡарашы бар: ата-бабаларының аҡылы һәм фәнгә нигеҙләнеп эшләү. Бөтә яңылыҡтар, иҡтисади яҡтан һөҙөмтәле производство технологиялары тураһында хәбәрҙар булыу өсөн республикала ғына түгел, шулай уҡ агробизнестың алдынғы төбәктәренә лә семинарҙарға һәм күргәҙмәләргә йөрөйҙәр. Алдынғылар тәжрибәһен өйрәнеп, үҙ эштәрендә ҡулланалар. Сәсеү әйләнешенә, сорттарҙы яңыртыуға яуаплы ҡарайҙар, селекция фирмаларына мөрәжәғәт итеп, иген культураларының юғары уңыш бирә торған элиталы сорттарын сәсәләр. Ошо йылдарҙа улар үҙ ерҙәрендә грамоталы эшләргә һәм мул уңыш алырға өйрәнгән. Мәҫәлән, былтыр “Безенчукская-380” сортлы ужым бойҙайы беҙҙең төбәк өсөн рекордлы уңыш – гектарынан 50 центнер төшөм бирҙе. Ә шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы 420 центнерға етте. Был – районда иң юғары күрһәткес.
Ниғмәтулла фермерҙарының уңышлы эшләүҙәренең тағы ла бер сере - уларҙың заманса агротехнологиялар һәм ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы ҡулланыуы, ә был иген һәм техник культураларҙы уңайлы агротехник сроктарҙа сәсеү һәм йыйып алыу мөмкинлеге бирә. Һуңғы йылдарҙа Дибаевтар ике СФ-10 сөгөлдөр сығарыу комбайны, “Полесье” һәм “Вектор” иген йыйыу комбайны, сәсеү комплексы менән “Джон Дир”, Т-150 тракторҙары, JCB тейәгесе, “Монопил” сәскестәре һатып алған. Шулай уҡ уларҙың дүрт “Беларусь” тракторы, сылбырлы һәм тәгәрмәсле ике Т-150 тракторы һәм “КамАЗ” машинаһы бар.
Дибаевтар әйтеүенсә, заманса техника һатып алыу икеләтә отошло.
- Ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар хаҡының 50 процентҡа тиклеме кире ҡайтарыла. Был үҙе ҙур ярҙам түгелме ни? Гектарға ҡарап субсидия алабыҙ, химия сараларын һәм элиталы орлоҡ һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшө лә компенсациялана, - ти улар бер тауыштан.
Бына һигеҙ йыл инде фермер хужалығына етәкселек итеүҙе атаһы улы Илһамға тапшырған. Бер туған Дибаевтар ғаилә эшен элеккесә ойошҡан төҫтә, аныҡ һәм оҫта алып бара. Һәр кем үҙ эшен башҡара, әммә кәрәк булһа, теләһә ниндәй ваҡытта бер-береһен алмаштыра алалар. Дибаевтар был йәһәттән дә үҙенсәлекле.
- Кесе туғаныбыҙ Хәлил – инженер, - ти Илһам Миңлевәдүт улы. – Ул теләһә ниндәй техниканы биш бармағылай яҡшы белә, шуға ла сит ил тракторҙары ватылһа, махсус сервис хеҙмәтенән һис тә ҡалышмай ремонтлай. Хәлит - шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү оҫтаһы. Илфаҡтың да ҡулдары алтын. Ул сварщик та, рәссам да һәм мәсеттә хәҙрәт тә, барыбыҙҙы ла түҙемле булырға, булғанына шөкөр итеп йәшәргә саҡыра. Жәүит ағайыбыҙ белеме буйынса тарих уҡытыусыһы, педагогия институтын тамамлап, мәктәптә эшләне, ял минуттарында беҙҙән тарих буйынса имтихан ала. Крәҫтиәндең бөтмәҫ мәшәҡәттәрен бына шулай бергәләп атҡарабыҙ. Арып китһәк, ап-аҡ ҡарлы ҡышты һағынабыҙ, ә ҡышын инде шаулап-гөрләп яҙ килеүен көтәбеҙ.
Ғаилә династияһын лайыҡлы дауам итеүселәр ҙә бар. Атайҙарының фермерлыҡ эшен Дибаевтарҙың йәш быуыны – Миңлевәдүт ағайҙың ейәндәре Ирек, Илгиз һәм Фуат дауам итә. Быйыл һигеҙенсе синыфҡа барасаҡ Даян да ағаларынан ҡалышмаҫҡа тырыша.
- Ҡасандыр атайыбыҙ беҙгә крәҫтиән эше нескәлектәрен өйрәткән булһа, хәҙер инде беҙ тәжрибәне улдарыбыҙға тапшырабыҙ. Улар менән бергә үҙебеҙ ҙә өйрәнәбеҙ. Йәштәр бит күп нәмәгә яңыса ҡарай, улар мәғлүмәт һәм технологияларҙы яҡшы белә. Мәҫәлән, яңы техника һатып алғанда беҙ аҡсаны янда ҡалдырыу өсөн уның осһоҙорағын һайлайбыҙ. Ә йәштәр иһә ҡеүәте, етештереүсәнлеге буйынса яҡшы маркалы техникаға өҫтөнлөк бирә.
- Уны бит оҙаҡ файҙаланырға мөмкин, кәрәк ваҡытта һынатмаясаҡ һәм әлбиттә үҙен аҡлаясаҡ, - ти сит ил тракторында хуш еҫле бесән төргәктәрен оҫта итеп тейәүсе улы Илгиз.
Дибаевтарҙың бишеһен дә бергә был көндө фотоға төшөрә алманым – улар төрлө баҫыуҙарға таралышҡайны. Ә бына фермер булыуы ауыр түгелме, тигән һорауымды мин Ирек улы менән мал аҙығы әҙерләүҙә эшләгән Илфаҡ хәҙрәткә бирҙем:
- Ниндәй һөнәр вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, кеше был донъяла булғанына шөкөр итеп, изгелек кенә ҡылып йәшәргә тейеш. Ни сәсһәң, шуны урырһың тигән һүҙҙәрҙе онотмаһаҡ ине...