Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Июль 2018, 12:07

Иң ҡыҙыу мәл етте

Эйе июль айы - ауыл эшсәндәре өсөн ҡыҙыу осор. Шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусылар, фермерҙар, ауыл хужалығы предприятиелары ла ең һыҙғанып ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләй.

Яуып үткән ямғырҙар йәшел ураҡты бер аҙ тотҡарланы, әммә, белгестәр әйтеүенсә, кампания ғәҙәти режимда бара. Һутлы үләнле болондарҙа, бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәр, ҡуҙаҡлы культуралар баҫыуҙарында был көндәрҙә техника геүләүе тынмай. Крәҫтиәндәр мал аҙығы ихаталарын бесән һәм сенаж менән тултырыу өсөн һәр аяҙ көндө файҙаланып ҡалырға тырыша. Элек-электән “көнө йылды туйҙыра” тип йөрөтөлгән осорҙоң бөгөн айырыуса ҡыҙған мәле.

Ауыл хужалығы бүлегенең агрономия хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 23 июлгә ҡарата районда барлыҡ мал аҙығы культуралары майҙандарының 82 проценты сабылған, был 11836 гектар тәшкил итә. Ауыл хужалығы предприятиеларында 9900 тонна бесән (59 процент), 20 мең тонна сенаж (65 процент) һалынған. Бер баш шартлы малға иҫәпләгәндә 11,8 центнер бесән-һалам һәм һутлы мал аҙығы берәмеге тура килә, ә планда бер баш малға 23,2 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләү ҡаралған.

- Мал аҙығы әҙерләү барышында уның сифатына, һаҡлау технологияһына ҙур иғтибар бүленә. Малдарҙың продуктлылығы һәм сәләмәтлеге тап шуға бәйле, - ти ауыл хужалығы бүлеге баш агрономы Татьяна Лисицына.

Йәшел ураҡта ҡатнашыусылар ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы туплау менән шөғөлләнһә, игенселәребеҙ урып йыйыу эштәренә төшөргә әҙерләнә. Туҡ башаҡтар тирбәлгән баҫыуҙар ялан батырҙарын көтә...

Читайте нас: