Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Июль 2018, 13:41

Районда мал аҙығы әҙерләү дауам итә

Эҫе ҡояшлы көндәр “йәшел” ураҡты йылдам алып барыумөмкинлеге бирә.

Эҫе ҡояшлы көндәр “йәшел” ураҡты йылдам алып барыу мөмкинлеге бирә. Район ауыл хужалығы бүлеге баш агрономы Татьяна Лисицына хәбәр итеүенсә, 9 июлгә ҡарата 7900 гектар майҙанда күп йыллыҡ үләндәр сабылған, был планға ҡарата 69 процент тәшкил итә. 4700 тонна бесән (28 процент) әҙерләнгән, 8800 тонна сенаж (29 процент) һалынған.
“Агрокоопинвест” йәмғиәтенең Түбән Әүрез һөтсөлөк фермаһы мал аҙығы ихатаһында хуш еҫле төргәкле бесән байтаҡ әҙерләнгән. 1-се һөтсөлөк фермаһы территорияһында ул пирамида формаһында өйөп ҡуйылған.
- Мал аҙығы әҙерләүгә 26 июндә төштөк. Хужалыҡта бесәнлектәр 1387 гектарҙы биләй, шуның 787 гектарында күп йыллыҡ үләндәр сәселгән. Бөгөн ҡуҙаҡлы үләндәрҙән 1500 тонна сенаж һәм эспарцеттан 100 тонна бесән әҙерләнгән, - ти Түбән Әүрез һөтсөлөк фермаһы мөдире һәм үҙе үк баш зоотехник Раян Ибраһимов.
Ауылдан алыҫ булмаған баҫыуҙа козлятникты сенажға сабалар. Юғары аҡһымлы үлән агротехник сроктарға ярашлы сәскәгә төймәләнгән сағында йыйыла.
- Йәйҙең тәүге айы һалҡын булды. Быйыл үлән мул түгел, йәшел массаның сығышы ла аҙыраҡ, - ти Раян Минулла улы. – Шуға ҡарамаҫтан, быйыл да бер баш шартлы малға кәмендә 30 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләргә ниәтләйбеҙ. Әле күстерә, люцерна һәм бер йыллыҡ үләндәрҙе сабып алаһы бар. Былтырғы аҙыҡ запасы ла ҡалған. Хужалыҡта бөтәһе 728 баш мал, шул иҫәптән 280 һыйыр иҫәпләнә.
Баҫыуҙа техника геүләүе тынмай. “Полесье” комбайны руле артында – сирек быуатҡа яҡын механизатор стажына эйә тәжрибәле комбайнсы Евгений Григорьев. Был мал аҙығы йыйыу комбайнында ул икенсе миҙгел эшләй. Оҙаҡ йылдар төрлө тракторҙарҙа хеҙмәт һалған. Быйыл да мал аҙығы әҙерләү тамамланғандан һуң, ул К-700 тракторында туңға һөрөү һәм ужым арышы сәсеү эштәрен башҡарасаҡ.
Йәшел массаны ГАЗ-53 шоферы Марат Әхмәҙиев ташый. Ул армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң ошо хужалыҡҡа эшкә килә һәм бына 28 йыл инде төрле йөк ташый. “КамАЗ”да килеп туҡтаған Рөстәм Яхин – тәжрибәле комбайнсы, ураҡ эштәрендә лә ҡатнашҡан, төрле культуралар ҙа сәскән. Ә һуңғы ун ике йылда йөк автомобиле шоферы булып хеҙмәт һала.
Бригада тотҡарлыҡтарһыҙ эшләй. Механизаторҙарҙың барыһы ла - үз эшенең оҫтаһы. Ғөмүмән, хужалыҡта мал аҙығы әҙерләү кампанияһы берҙәм бара. Эҫе көндәр тиҙ һәм сифатлы итеп бесән әҙерләү һәм сенаж һалыу мөмкинлеге бирә.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: