Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Июнь 2018, 12:22

Бесән һәм сенаж әҙерләйҙәр

Көндәр йылытып, һауа торошо тотороҡланыу менән мал аҙығы әҙерләү башланды.

Ошо аҙнала “Агрокоопинвест”, “Заря”, “Раевка” йәмғиәттәре был эшкә дәррәү тотондо. 28 июнгә ҡарата 2400 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр сабылған, 300 тонна бесән һәм 400 тонна сенаж әҙерләнгән.
Районда 30500
гектарҙа яҙғы иген культураларын химик эшкәртеү тулыһынса тамамланды. Шәкәр
сөгөлдөрө сәсеүлектәрен өсөнсөгә эшкәртеү 4100 гектарҙа (планға ҡарата – 95 процент) атҡарылған. 20874 гектарҙа пар ерҙәрен эшкәртеү тамамланған
Читайте нас: