Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Июнь 2018, 13:31

Ауыр хеҙмәт күп көс һорай, еңел түгел ер эше

Эйе, ерҙә эшләү игенсенән ете ҡат тирең сыҡҡансы арымай-талмай хеҙмәт һалыуҙы талап итә.

Тәүге имтиханды уңышлы тапшырып, әле яңы ғына сәсеүҙе тамамлағайнылар, инде сиратта - икенсе мәшәҡәттәр, уларҙы ла ваҡытында хәл итергә кәрәк. Боролоп ҡарарға ла өлгөрмәйһең, бесән әҙерләү осоро килеп етә, ә унан инде ураҡ яҡынлаша.

Бөгөн ауыл эшсәндәренең мәшәҡәттәре, әлбиттә, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү менән бәйле. Баҫыуҙарҙа химик утау үткәрелә, пар ерҙәре эшкәртелә. Ауыл хужалыгы агрономия бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, 18 июнгә ҡарата яҙғы иген культуралары сәсеүлектәре - 25121 гектарҙа (77 процент), ужым культуралары 10100 гектарҙа (68 процент) эшкәртелгән. Татлы тамырҙы химик утауҙың беренсе һәм икенсе этабын тамамлап, сөгөлдөрсөләр сәсеүлектәрҙе өсөнсөгә эшкәртеүгә төштө, был агротехник саралар майҙандарҙың 30 проценда үткәрелде.

Мал аҙығы йыйыу комбайндары ла - әҙерлек һыҙығында. Быйыл Әлшәй аграрсыларына бер баш шартлы малға кәмендә 34 центнер бесән-һалам һәм һутлы мал аҙығы берәмеге әҙерләргә кәрәк.

- Быйыл 2013-2020 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереү дәүләт программаһының маҡсатлы йүнәлештәренә ярашлы, беҙ һыйырҙарҙың продуктлылығын кәмендә 4450 килограмға еткерергә, эре мөгөҙлө малдарҙың уртаса тәүлеклек артымын - 700 грамға, сусҡаларҙыҡын 550 грамға арттырыуға өлгәшергә тейешбеҙ. Бындай күләмдә ит һәм һөт етештереү, шулай уҡ малдарҙы уңышлы ҡышлатыу өсөн 16900 тонна бесән, 30600 тонна сенаж һәм 10000 тонна силос әҙерләргә кәрәк. Малсылыҡ тармағының үҫеше йәшел ураҡ эштәрен нисек үткәреүебеҙгә бәйле, - ти ауыл хужалығы бүлеге зоотехнигы Флүр Солтанов.

Аныҡ бурыстар билдәләнгән, тимәк, Әлшәй аграрсылары был мөһим ауыл хужалығы кампанияһын да берҙәм башлар һәм ойошҡан төҫтә, тиҙ арала атҡарып сығыр. Көндәр генә аяҙ торһон, ә ауыл эшсәндәре уның һәр минутын нисек файҙаланырға кәрәклеген яҡшы белә.

“Яҡшы шытымдар – агроном өсөн ҙур шатлыҡ”. “Башҡортостан игенселек компанияһы” йәмғиәте баш агрономы Илшат Сафин.

Читайте нас: