Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
8 Июнь 2018, 13:46

Аҙбарҙарҙан – йәйләүгә

Малдар һутлы йәшел үләнле көтөүлектәргә сыҡһа, һауынсылар өсөн мул һөт осоро башланды.

Был миҙгелде “Раевка” ауыл хужалығы предприятиеһы малсылары ла түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Әйткәндәй, бында ҡышлатыуҙы уңышлы үткәргәндәр: һөт етештереүҙе, шулай уҡ һәр һыйырҙан һауымды арттырыуға, малдарҙан иң юғары уртаса тәүлеклек артым алыуға (570 г) өлгәшелгән. Ошондай күрһәткестәр һөҙөмтәһендә хужалыҡ ҡышлатыу йомғаҡтары һәм йәйге лагерҙарҙы әҙерләү буйынса конкурста икенсе урынды алған.

“Раевка” һөтсөлөк фермалары һауынсыларының күбеһе алдынғы машина менән һыйыр һауыу операторҙары рейтингында беренсе урындарҙы биләүе ғәжәп тә түгел. Улар иҫәбендә оҙаҡ йылдар Казанка фермаһында һауынсы булып эшләүсе Татьяна Предатченко ла бар, ул да, башҡа коллегалары кеүек үк, йәйге миҙгелгә ҙур өмөттәр бағлай.

“Раевка” йәмғиәте Казанка фермаһының машина менән һыйыр һауыу операторы Татьяна Предатченко.


Читайте нас: