Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Май 2018, 18:43

Ҡаҙағстан аграрсылары беҙҙең тәжрибәне өйрәнә

Ошо көндәрҙә эш сәфәре менән республикабыҙҙа булып киткән Ҡаҙағстан делегацияһы беҙҙең районға ла килде

Был илдең аграр тармағы вәкилдәре иң тәүҙә “Раевка” йәмғиәтендә булды. Ауыл хужалығы предприятиеһында ҡунаҡтар яҙғы баҫыу эштәре барышы менән танышты. Улар бигерәк тә хужалыҡта шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереүҙең күп йыллыҡ тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһынды.

Шәкәр заводына сәфәр барышында ҡунаҡтар ентекләп татлы тамыр эшкәртеү технологияһын һәм ҡорамалдарҙы өйрәнде, бөтә цехтарҙы, шул иҫәптән сөгөлдөр ҡабул итеү пунктын да ҡарап сыҡты. Төркөм етәксеһе, Павлодар өлкәһе әкиме урынбаҫары Даурен Махажанов әйтеүенсә, Ҡаҙағстан аграрсылары бындай юғары табышлы культураны үҫтереү менән генә түгел, уны эшкәртеү менән дә шөғөлләнергә ниәтләй. Әлшәй шәкәр ҡайнатыусыларының, атап әйткәндә, бөгөн төбәктә иң ҡеүәтле предприятиеларҙың береһе булып танылған “Раевсахар” йәмғиәтенең тәжрибәһе уларға был йәһәттән бик файҙалы буласаҡ. Районыбыҙға эш сәфәре барышында делегация шулай уҡ “Башҡортостан бройлеры” йәмғиәтендә тауыҡ тиҙәгенән органик ашлама етештереү менән дә танышты. Ҡаҙағстан ҡунаҡтары артабан “Сығанаҡ” ауыл хужалығы кооперативында булды.

Аграрсыларҙы сәфәрҙәрендә республика ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары Рәмил Нуриәхмәтов һәм Ревнер Байтуллин, район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, уның урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Данир Әхмәҙишин оҙатып йөрөнө

Читайте нас: