Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Май 2018, 11:11

Өмөт менән һалына һәр бөртөк

Әлшәй аграрсылары элеккесә яҙғы баҫыу эштәрен йылдам алып бара.

Район ауыл хужалығы бүлегенең агрономия хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 17 майға ҡарата яҙғы сәсеү эштәре 36078 гектарҙа атҡарылған, был - планға ҡарата - 64 процент. 22526 гектарға (66%) – яҙғы иген культуралары һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән, әйткәндәй, арпаға быйыл - 10255 һәм һолоға 1949 гектар бүленгән һәм аграрсылар уларҙы сәсеүҙе тулыһынса тамамлаған.

Баҫыуҙарҙа шулай уҡ техник культуралар сәсеү ҙә етеҙ темптар менән бара. 7400 гектарға (66%) – көнбағыш, 937 гектарға (90%) – горчица, 3785 гектарға (89%) шәкәр сөгөлдөрө сәселгән.

Читайте нас: