Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Май 2018, 12:24

Уңғандар беҙҙең арала

“Агро МТС” йәмғиәте игенселәре тәүгеләрҙән булып яҙғы сәсеүҙе тамамланы

Ауыл хужалығы бүлегенең агрономия хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 14 майға ҡарата 30310 гектарҙа сәсеү эштәре башҡарылған, был планға ҡарата - 54 процент. Сәсеү буйынса беҙҙең район алдынғылар рәтендә килә.

Әлшәй аграрсылары 18844 гектарға (56 процент) – яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, 6600 гектарға (59 процент) – көнбағыш, 750 гектарға (72 процент) – горчица, 2728 гектарға (64 процент) – шәкәр сөгөлдөрө, 200 гектарға (100 процент) – етен, 1188 гектарға (77 процент) рапс һәм 700 гектарға (41 процент) ноҡот борсағы сәсте.

Быйылғылай һуңлап килгән көйһөҙ яҙ илке-һалҡы эшләүҙе яратмай. Уның бындай үҙенсәлеген белеп, игенселәр был көндәрҙә бөтә көсөн һалып хеҙмәт һала. “Агро МТС” ауыл хужалығы предприятиеһы аграрсылары ла сәсеүҙе йылдам алып барҙы. Звенолар ойошҡан төҫтә, аныҡ һәм етеҙ эшләне. Шунлыҡтан улар сәсеүҙе ҡыҫҡа сроктарҙа тамамланы. 320 гектарға бойҙай, 374 гектар арпа, 140 гектар шәкәр сөгөлдөрө, 361 гектарға көнбағыш сәселгән, ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыу 392 гектарҙа 100 процентҡа үтәлгән.

- Бөйөк Еңеү көнө беҙҙең өсөн икеләтә байрам булды. 9 майҙа, бөтә ил халҡы үҙ ҡаһармандарын иҫкә алғанда, беҙ ҙә баҫыуҙа фиҙакәр эшләп, сәсеүҙе уңышлы тамамланыҡ. Тыныс тормош хаҡына атай-олатайҙарыбыҙ һәм ҡарт олатайҙарыбыҙ хатта ғүмерҙәрен ҡорбан иткән, бөгөн был эшкә игенселәр ҙә үҙ өлөшөн индерә, - ти “Агро МТС” йәмғиәте баш агрономы Минзакир Килдеғолов.

Ваҡыт көтмәй. Сәсеү эштәрен етеҙ алып барырға кәрәк, сөнки яҙғы көн йылды туйҙыра. Был хужалыҡ эшсәндәренең матур өлгөһөнә башҡалар ҙа ҡушылыр, тип ышанабыҙ.


“Хәҙер коллегаларыбыҙға ярҙам итәсәкбеҙ!”. Бүлексә управляющийы Мансур Мөсәүир улы һәм тракторсы Ирҡәт Мөсәүир улы Хәйруллиндар баш агроном Минзакир Килдеғолов (уртала) менән.
Читайте нас: