Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Апрель 2018, 11:15

Сифатлы орлоҡ – мул уңыш нигеҙе

Бөгөн иң мөһиме – яҙғы сәсеүгә ентекле әҙерләнеү, яғыулыҡ-майлау материалдарын һәм минераль ашламаларҙы етерлек туплау һәм, әлбиттә, орлоҡ сифатын тикшереү.

Быйыл яҙҙың һауа шарттары йәнә баҫыу эштәрен кисектерә. Ләкин аграрсылар өсөн был сәбәп түгел. Әлегә иң мөһиме – яҙғы сәсеүгә ентекле әҙерләнеү, яғыулыҡ-майлау материалдарын һәм минераль ашламаларҙы етерлек туплау һәм, әлбиттә, орлоҡ сифатын тикшереү.

Быйыл ауыл хужалығы предприятиеларына 33944 гектар майҙанға иген һәм ҡуҙаҡлы културалар сәсергә кәрәк. Район аграрсылары айырыуса борсаҡ, кәрешкә, ноҡот борсағы, шәкәр сөгөлдөрө, етен, горчица, рапс һәм ужым шипкәненә ҙур иғтибар йүнәлтә. Был культураларҙың майҙаны 21745 гектарҙы, йәғни һөрөнтө ерҙәрҙең 21,2 процентын тәшкил итә. 1043 һәм 1540 гектарҙы биләйәсәк горчица һәм рапс сәсеүлектәре ике тапҡырға – шул нисбәттә 606 һәм 796 гектарға арттырыласаҡ.

- Быйылғы уңыш өсөн 7929 тонна орлоҡ һаҡлауға һалынған, был - яҙғы сәсеүҙе орлоҡ менән тәьмин итеү 100 процентҡа үтәлгән тигән һүҙ. 22 тонна кукуруз орлоғо, 451 сәсеү берәмеге көнбағыш гибриды ҡайтартылған. Шәкәр сөгөлдөрө орлоғон поставкалаусылар менән килешеүҙәр төҙөлә. Бөгөн 3076 сәсеү берәмеге сөгөлдөр орлоғо һатып алынған да инде.

Мал аҙығы культуралары сәсеүлектәрен яңыртыу өсөн 220 тонна бер йыллыҡ һәм 65 тонна күп йыллыҡ үләндәр орлоғо һаҡлауға һалынған, - тип аңлатма бирҙе ауыл хужалығы бүлеге баш агрономы Татьяна Лисицына.

Бөтә орлоҡ шытымға, дымлылыҡҡа, сүплелеккә һәм төрлө ауырыуҙар ҡуҙғытҡыстарына тикшереү үткән. “Россельхозцентр” филиалының Әлшәй бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, 7839 тонна (98,9 процент) орлоҡ сәсеү стандарты талаптарына тура килә. Орлоҡтоң 1,1 проценты дымлылыҡ буйынса ГОСТ талаптарына тап килмәй. Әле икенсе тапҡыр орлоҡтоң сифаты тикшерелә, артабан аграрсылар ағыулау эшен башлаясаҡ.

Хужалыҡтар шулай уҡ минераль ашлама һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары ла ҡайтарта. 826 тонна минераль ашлама һәм 10 тонна үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һатып алынған.

Читайте нас: