Хәҙер ҡағыҙ сертификаттар ҡулланыу туҡтатыла, ә мотлаҡ ветеринария контроле үтергә тейешле тауарҙарға ветеринария оҙатыу документтары электрон формаға күсә. Ветеринария контроленә бөтә малсылыҡ продукттары (исемлек РФ Ауыл хужалығы министрлығының 2015 йылдың 18 декабрендәге 648-се бойороғо менән раҫланды) инә, мәҫәлән, балыҡ, ит, һөт, сыр һәм башҡалар.
Дәүләт ветеринария хеҙмәте контролендә булған продукция һатыусы ит комбинаттары, ҡошсолоҡ фабрикалары, дистрибьюторҙар һәм сауҙа селтәрҙәре, ваҡлап һатыу магазиндары, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусылар өсөн сертификат булыу мотлаҡ.
“Меркурий” системаһында теркәлергә өлгөрмәгән һәм малсылыҡ продукцияһын етештереү, эшкәртеү, һатыу һәм алып һатыу менән шөғөлләнгән хужалыҡ итеү субъекттарына (шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙарға) ашығыс рәүештә Әлшәй район ветеринария станцияһына (Раевка ауылы, Коммунистик урамы, 16, тел. 2-26-96) мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ғариза бланктары өлгөләре БР Ветеринария идаралығы сайтының “Электрон ветеринария сертификатлауы” бүлегендә урынлаштырылған.
Район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлеге.