Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Апрель 2018, 12:01

Инженерлыҡ эше оҫтаһы

Бөгөн ауыл хужалығы производствоһын заманса техниканан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай, әммә кешеләрҙән башҡа ул – ни бары йәнһеҙ тимер киҫәге генә.

Бөгөн ауыл хужалығы производствоһын заманса техниканан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай, әммә кешеләрҙән башҡа ул – ни бары йәнһеҙ тимер киҫәге генә. Тап үҙ эшенең ысын оҫталары уны хужалыҡтарға баҫыуҙарҙа һәм фермаларҙа уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге биргән һөҙөмтәле инструмент итә ала.

Был һөнәр вәкилдәре өсөн “миҙгел түгел” тигән төшөнсә юҡ. Улар яҙғы сәсеүҙә, ураҡ осоронда һәм ҡышын, ҡыҫҡаһы, йыл әйләнәһенә һәр ваҡыт эш менән мәшғүл. Ә баҫыуға сығыуға һанаулы ғына көндәр ҡалғас, ауыл хужалығы предприятиелары инженерҙары өсөн айырыуса ҡыҙыу мәл етә. Үҙ һөнәренә ғүмеренең күп өлөшөн арнаған “Раевка” ауыл хужалығы предприятиеһы баш инженеры Мөнир Хәкимов быны яҡшы аңлай.

Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрлаштырыу техникумын тамамлап, хеҙмәт эшмәкәрлегенең 45 йылын аграр тармаҡҡа арнаған ул. Туған колхозында хеҙмәт юлын башлағандан һуң, Торонтайыш егете ябай эшсенән хужалыҡтың баш белгесенә тиклем күтәрелә. Үҙ эшен яҡшы белгән грамоталы етәксе ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Күп йылдар дауамында райондың иң ҙур предприятиеһы тәүгеләрҙән булып яҙғы баҫыу эштәрен башлай һәм ҡыҫҡа ваҡытта ураҡты уңышлы тамамлай. Ә бит уға, тәү сиратта, инженерлыҡ хеҙмәтенең тотороҡло эшләүе һөҙөмтәһендә өлгәшелә, сөнки техниканы ваҡытында сифатлы ремонтлау һәм уның баҫыуҙарҙа өҙөклөкһөҙ эшләүе тап ошо хеҙмәткә бәйле.

Эшлекле һәм энергиялы хеҙмәткәр механиктар, тракторсылар һәм шоферҙар, коллегалары, етәкселек араһында үҙ эшенә яуаплы ҡарауы һәм шул уҡ ваҡытта намыҫлы, тыйнаҡ һәм әҙәпле булыуы менән ҙур абруй ҡаҙана. Күптәргә унан техникаға һаҡсыл ҡарашҡа өйрәнергә кәрәк, ти коллегалары Мөнир Марат улы тураһында.

Инженер заманса техника һәм ҡорамалдар эшен көйләп, хужалыҡта яҡшы иҡтисади күрһәткестәр һәм рентабеллеккә өлгәшеү өсөн ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләй. Тырышлыҡ үҙ емештәрен бирә: “Раевка” йәмғиәте бына бер нисә йыл инде тармаҡ лидерҙары сафында. Баш инженерҙың намыҫлы хеҙмәте бер нисә тапҡыр район хакимиәтенең, республика аграр ведомствоһының Почет грамоталары, менән билдәләнде. Мөнир Хәкимов шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаты менән дә бүләкләнгән.

Читайте нас: