Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
5 Апрель 2018, 12:32

Яҙғы баҫыу эштәрен - тулы әҙерлектә

Сәсеүҙе уңышлы үткәреүҙең төп шарты – техниканы әҙерләү. Бөгөн бөтә хужалыҡтарҙа ла тиерлек тракторҙарҙы һәм тағылма инвентарҙы ремонтлау тамамланған. Ә уның сифатлы башҡарылыуы, һәр ваҡыттағыса, техник ҡарауҙа билдәле була.

Әлшәй игенселәре һәм уларҙың ҡорос аттары баҫыуға сығырға әҙер

Ниһайәт, оҙаҡ көтөлгән, ҡояшлы яҙ ҙа етте. Тимәк, игенселәр өсөн йылдың төп имтиханы – яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек башланды тигән һүҙ.

Сәсеүҙе уңышлы үткәреүҙең төп шарты – техниканы әҙерләү. Бөгөн бөтә хужалыҡтарҙа ла тиерлек тракторҙарҙы һәм тағылма инвентарҙы ремонтлау тамамланған. Ә уның сифатлы башҡарылыуы, һәр ваҡыттағыса, техник ҡарауҙа билдәле була.

Был көндәрҙә эксперт комиссияһы райондың иң ҙур хужалыҡтарының береһе – “Раевка” ауыл хужалығы предприятиеһында агрегаттарҙың баҫыу эштәренә әҙерлеген тикшерҙе.

- Быйылғы миҙгелдә 68 берәмек ауыл хужалығы техникаһы йәлеп ителәсәк, - ти “Раевка” йәмғиәте баш инженеры Мөнир Хәкимов. – Сәсеүгә әҙерләнеүгә 5 млн һумға яҡын аҡса бүленде. Агрегаттарҙы ремонтлауға һәм көйләүгә бәйле бөтә саралар үткәрелде. Механизаторҙар етерлек, уларға махсус кейем бирелде, тракторҙар аптечкалар, ут һүндергестәр менән йыһазландырылды.

“Раевка” йәмғиәтендә етәкселек тә, инженерлыҡ хеҙмәте лә, механизаторҙар ҙа техниканы ремонтлауға йыл һайын етди иғтибар бүлә. Предприятие игенселәре быйыл 7542 гектарға - иген культуралары, 3191 гектар – шәкәр сөгөлдөрө һәм 3375 гектарға мал аҙығы культуралары сәсергә ниәтләй. Был тиклем эштәрҙе ышаныслы техника булғанда ғына атҡарып сығырға мөмкин.

Ауыл хужалығы бүлеге баш инженеры Наил Вәлиәхмәтов әйтеүенсә, яҙғы сәсеүгә район баҫыуҙарына 370-тән ашыу техника сығасаҡ. Ә бөгөнгө техник ҡарау һөҙөмтәләре буйынса игенселәр яҙҙы тулы әҙерлектә ҡаршылай, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин.


“Раевка” йәмғиәтенең “Красный Клин” бүлексәһендә тракторҙарға техник ҡарау үткәрелә.
Читайте нас: