-3 °С
Болотло
- Бөгөн аграрсыларҙы ужым культураларының нисек һаҡланышы борсой, - ти ауыл хужалығы бүлеге баш агрономы Татьяна Лисицына. – Быйыл ҡыш ҡарҙың аҙ булыуы һәм ҡаты һалҡындар уларҙың торошона йоғонто яһамай ҡалманы.
Районда ужым культуралары 16122 гектарҙы биләй. Россельхозцентр белгестәренең һуңғы тикшеренеүҙәренән күренеүенсә, 8 мең гектарҙан ашыу ужым культуралары сәсеүлеге - яҡшы, 6 мең гектарға яҡыны – ҡәнәғәтләнерлек, 1660 гектары насар хәлдә тип баһалана. Бөртөклөләрҙән ужым арышы башҡа культуралар менән сағыштырғанда ҡышты яҡшыраҡ үткәргән, 8711 гектар сәсеүлектең 6028 гектары – яҡшы хәлдә.