Беҙҙең мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Ул уҡыусыларҙы патриотик рухта тәрбиәләү үҙәге генә түгел, ысын хәтер китабы ла, бында йыйылған документтар һәм әйберҙәр тарихи үткәндәрҙе һаҡлай һәм уларҙы киләһе быуындарға тапшыра.
Беҙ, Торонтайыш мәктәбе уҡыусылары, Бөйөк Ватан һуғышы һәм яугирҙар тураһында иҫтәлекте һаҡлауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Бөтә мәктәп менән “Хәтер китабы” өсөн материалдар – атай-олатайҙарыбыҙҙың, яҡташтарыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың, һуғыш ветерандарының фотоларын һәм улар тураһында белешмәләр йыябыҙ. Шулай уҡ “Арҙаҡлы яҡташтар”, “Ауылдаштарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында”, “Тыуған яғым” тикшеренеү проекттары өҫтөндә эшләйбеҙ. Музейҙағы материалдар беҙгә тикшеренеү эштәре алып барғанда бик ярҙам итә.
Музейҙағы сираттағы экскурсия ваҡытында “Мөхәмәтов Вәли Әмирйән улы" тип яҙылған фотоһүрәткә күҙем төштө. Был бит беҙгә класс етәксебеҙ һөйләгән танкист Сәлихтың ағаһы!
Мөхәмәтов Сәлих Әмирйән улы 1923 йылда Торонтайыш ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте “яҡшы” билдәләргә генә тамамлап, Благовещен районында уҡытыусы булып эшләй. Һуңынан Куйбышевта машинист-тимер юлсылар курсын тамамлай. Техникумға уҡырға инеп, инженер булырға хыяллана. Ләкин егеттең хыялдарын һуғыш селпәрәмә килтерә.
Гитлер ғәскәрҙәре баҫып ингән тәүге көндәрҙә үк Сәлих комиссариатҡа килә, ул һуғышҡа барыу теләге менән яна. Әммә 18 йәше лә тулмаған егеткә рөхсәт бирмәйҙәр. Бер аҙ ваҡыт машинист булып эшләй, ә һуңынан Куйбышевҡа әйләнеп ҡайтып, танкистар курсын тамамлай һәм үҙе теләп һуғышҡа китә.
Сәлих Мөхәмәтовтың хәрби юлын өйрәнгән саҡта, “Халыҡ тарихы” сайтында өҫтәмә мәғлүмәттәр табылды. Ул хәрби хеҙмәткә 1941 йылдың ноябрендә алына. Үҙәк фронттың 109-сы танк бригадаһында дошмандар менән алыша. Сталинград һуғышында ҡатнаша, “Батырлыҡ өсөн”, “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
Бүләкләү ҡағыҙында бына нимәләр яҙылған: “Мөхәмәтов үҙен бик ҡыйыу, оҫта, үҙ эшен яҡшы белгән радист итеп күрһәтте. 1943 йылдың 5 июленән 9 авгусына тиклем ул рацияла дежур иткән ваҡытта бөтә мәғлүмәтте һәр ҡарарҙарҙы, ҡаршы яҡ авиацияһының һөжүменә һәм артиллерия утына ҡарамай, ваҡытында һәм мәғәнәһен үҙгәртмәйенсә тапшыра. Мәҫәлән, 1943 йылдың 7 июлендә штаб урынлашҡан районды көслө бомбаға тотҡан ваҡытта, иптәш Мөхәмәтов ҡыйыу рәүештә радиограммаларҙы ҡабул итеүен туҡтатмай һәм уларҙы теүәл тапшыра. Ул дежурлыҡ иткән ваҡытта радиоэлемтә өҙөлөү осраҡтары һәм радиограмма тапшырыуҙа тотҡарлыҡтар булмай. Дәүләт наградаһы – “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ” (109-сы танк бригадаһының элемтә етәксеһе, капитан Голяшов,13.08.1943 й.)”.
Был награда тураһында танкистың туғандарына яҙған хатында ла әйтеп үтелә (улы тураһында иҫтәлектәрҙе уның әсәһе, Миниса Хикмәтулла ҡыҙы ҡәҙерләп һаҡлаған). Әммә оҙаҡ та үтмәй, ҡаты һуғыштарҙың береһендә сержант Сәлих Мөхәмәтов хәбәрһеҙ юғала...
Улдары Сәлих һәм Сәйеткә бер-бер артлы ике “ҡара” ҡағыҙ алған әсәһе был хәлдәргә нисек түҙҙе икән? Ә бит фронтта уның тағы ла ике улы фашист менән алыша. Береһе - үрҙә телгә алынған хәрби летчик, һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән, Берлинғаса барып еткән Вәли Мөхәмәтов. Икенсеһе - Хәсән, диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итеп, фронттан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан. Уларҙың батырлыҡтары тураһында яңы мәғлүмәттәр эҙләйһе бар әле. Беҙҙә бер ни тиклем материалдар, белешмәләр бар, әммә уларҙың дөрөҫлөккә тап килеүен асыҡларға кәрәк. Беҙ киләсәктә ағалы-ҡустылы яугир Мөхәмәтовтар тураһында мәғлүмәттәрҙе тулыландырып, музей экспозицияһын байытырбыҙ, тип ышанабыҙ.
Нурия ХАРИСОВА,
Торонтайыш мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы.
Күптән түгел Торонтайыш мәктәбе музейы фронтовик Мөхәмәтовтарҙың туғандарынан тағы ла бер ҡәҙерле ҡомартҡы – элек йәшерен булған документтарҙың күсермәһен алды, унда Ҡыҙыл Байраҡлы Кутузов орденлы 109-сы Вапняр танк бригадаһының өлкән сержанты Мөхәмәтов Сәлих Әмир улының 1944 йылдың 17 февралендә Корсунь-Шевченко операцияһының һуңғы көнөндә һәләк булыуы һәм Киев өлкәһе Почапинцы ауылында ерләнеүе тураһында хәбәр ителә.