“Әлшәй йылылыҡ селтәрҙәре” йәмғиәте коллективының көндәлек, теүәлерәк әйткәндә, тәүлек әйләнәһендәге тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә йорттар, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, дауаханалар, офистар һәм ойошмалар йылылыҡ менән тәьмин ителә.
Өҫтәүенә был предприятие үҙ ветерандары менән дә дан тота. Бында үҙ эшенә тоғро ҡалған, тиҫтәләрсә йыл ғүмерен ауыр һөнәргә арнаған кешеләр байтаҡ. Улар иҫәбендә 35 йыл хеҙмәт стажына эйә булған шофер Таһир Вәлиәхмәтов та бар. Иң тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең береһе булараҡ, ул системаның бөтә нескәлектәрен яҡшы белә. Ҡасандыр слесарь, ҡаҙанлыҡ операторы булып та эшләгән. Бөгөн Таһир Сабир улы ҡулланыусыларға йылы һәм уңайлы булһын өсөн, урамда утыҙ градус һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, уртаҡ эшкә ҙур өлөш индерә, ул УАЗ - "буханка" һәм авария-техник ярҙам машинаһы шоферы. Етәкселек һәм коллегалары уны юғары һөнәри оҫталығы өсөн ихтирам итә.
- Күптәр беҙҙең эштә иң яуаплы осор һалҡын миҙгелдә башлана, тип уйлай. Ҡыш беҙҙең өсөн, ысынлап та, көсөргәнешле осор, ә йәй көнө, ремонт һәм йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек ваҡыты, ҙур яуаплылыҡ талап итә. Әгәр намыҫ менән эшләһәң, ҡыш көнө лә өҙөклөктәр булмаясаҡ, - тип йылмая Таһир Сабир улы.
Ойошма хеҙмәткәрҙәре миҙгелдә көтөлмәгән хәлдәр булманы тип әйтергә ашыҡмай. Хатта урамда март уртаһы етеп, тамсы тамһа ла. Улар өсөн йылытыу миҙгеле тамамланмаған әле. Алда торған яҙ нимәләр алып килер әле? Шуға ла йылылыҡ селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәренә аварияларһыҙ һәм өҙөклөктәрһеҙ эшләүҙәрен теләге килә, өйҙәребеҙҙә һәр ваҡыт яҡты һәм йылы булһын, күңелдәрҙә яҙ тантана итһен.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.