Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
20 Март 2021, 16:10

“Тирә-яғың таҙа булһа, күңелгә лә рәхәт”

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ваҡыт беҙ урам һепереүселәрҙе эшләмәһә генә күрәбеҙ.

Тормошобоҙҙа көндөҙ ҙә, төндә лә уңайлыҡтар тыуҙырыусы бик күп хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Урам һепереүселәр һәм йыйыштырыусылар, парикмахерҙар һәм тегеүселәр, слесарҙар һәм сантехниктар, электрсылар һәм башҡа бик күп кәрәкле һөнәр эйәләренән башҡа бөгөнгө көнкүрешебеҙҙе күҙ алдына ла килтереп булмай.

Радик Мөфтәхов бына инде бишенсе йыл “Раевка” идарасы компанияһында урам һепереүсе булып эшләй. Уға Космонавтар, Яңауыл, Тыныслыҡ, Максим Горький урамдары, Мәктәп тыҡрығы буйынса урынлашҡан бер нисә күп фатирлы йорт беркетелгән. Һәр көн иртән ул йорт алдарын, балалар өсөн уйын майҙансыҡтарын, контейнерҙар ҡуйылған территорияларҙы тәртипкә килтерә. Һауа шарттары боҙолғанда бигерәк тә ҡыҙыу миҙгел башлана. Ә быйылғы ҡыш бер кемде лә йәлләмәне, дворниктарға ла эш күп булды. Бөгөн дә уларҙың мәшәҡәттәре етерлек – йорт түбәләрен, подъезд япмаларын боҙбармаҡтарҙан һәм ҡарҙан таҙартырға кәрәк. Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре йәй көнө лә эшһеҙ ултырмай. Тормош шулай ҡоролған, күп ваҡыт беҙ урам һепереүселәрҙе эшләмәһә генә күрәбеҙ.

- Мин һөнәрселек училищеһын тамамланым, балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштерҙем. Йәш сағымда төҙөлөштә эшләнем, "КамАЗ", автобус шоферы ла булдым, оҙаҡ йылдар столяр булып хеҙмәт һалдым. Бер нисә йыл инде пенсияламын. Урам һепереүсе булып та шунса ваҡыт ваҡыт эшләйем, хәҙер бына район үҙәгендә йорт алдарын тәртиптә тотам, - тип һөйләй үҙе тураһында Радик Ким улы.

Мәҡәлә геройы фекеренсә, эшһөйәрлек һәм намыҫлылыҡ бөтә ерҙә лә кәрәк. Ҡайһы бер йорт ихатаһына ҡарайһың да, шунда уҡ бында эштәрен күңел биреп башҡармағандары күренә, ти ул. Тимәк, барыһы ла кешеләргә бәйле, тип фекер йөрөтә Радик Ким улы. Уның менән аралашҡанда мин ҡайһы бер илдәрҙә хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре көнөн генә түгел, дворниктар көнөн дә билдәләп үтеүҙәрен белдем. Йорт буйынса төп кеше һаналған урам һепереүселәргә күп ерҙә хөрмәт менән ҡарайҙар. Радик Ким улын да күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр тырышлығы өсөн ихтирам итә. Хәйер, уның өсөн иң мөһиме статус түгел, ә һәр ҡайҙа тәртип булыуы.

- Тирә-яғың таҙа булһа, күңелгә лә рәхәт, - тип йылмая ул.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: