Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
7 Март 2021, 17:15

Ижади ҡарашлы тәрбиәселәр

Тәрбиәселәр Зөлфиә Иршат ҡыҙы Хәкимова, Рәсимә Насибулла ҡыҙы Фазылова һәм уларҙың алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы Гөлнәзирә Зөфәр ҡыҙы Сөләймәнова бында ошо төркөм асылғандан бирле арымай-талмай хеҙмәт һала.

Раевка ауылының Баланы үҫтереү үҙәге – 6-сы балалар баҡсаһында 2000 йылдың октябрендә асылған башҡорт төркөмө уңышлы эшләп килә. Бында йөрөгән малайҙар һәм ҡыҙҙар халҡыбыҙҙың күңел хазинаһын – моңло йырҙарын, мөғжизәле әкиәттәрен, тәрән аҡыллы мәҡәл-әйтемдәрен, серле йомаҡтарын белеү бәхетен тойоп үҫә.

Уҡытыу федераль һәм төбәк программаларына ярашлы, башҡорт һәм рус телдәрендә алып барыла. Тәрбиәселәр Зөлфиә Иршат ҡыҙы Хәкимова, Рәсимә Насибулла ҡыҙы Фазылова һәм уларҙың алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы Гөлнәзирә Зөфәр ҡыҙы Сөләймәнова бында ошо төркөм асылғандан бирле арымай-талмай хеҙмәт һала. Өсөһө лә ҙур тәжрибәгә эйә, ижади ҡарашлы, һәр эште күңел биреп башҡарған, ысын һөнәрмәндәр.

Баланы үҫтереү үҙәге - 6-сы балалар баҡсаһында бәләкәстәр үҙ телен белеп, рухлы үҫһен өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған, ә беҙ милләт ҡотон һаҡлаған, балаларҙы башҡа халыҡтарға ла ихтирам менән ҡарарға өйрәткән, уларҙы киң донъяға алып сыҡҡан ошо татыу коллективҡа киләсәктә лә уңыштар ғына теләйбеҙ.

Читайте нас: