Былтырғы эш һөҙөмтәләре буйынса ул иң яҡшы юл хужалығы хеҙмәткәре тип танылған.
Егет тыумышы менән Ульяновск өлкәһенән. Себерҙә эшләгән, Лянтор ҡалаһында йәшәгән. Бында ул буласаҡ ҡатыны Руфина менән таныша. Ул ашнаҡсы булып эшләгән. Хәҙер ҙә М. Буранғолов исемендеге башҡорт лицейында үҙ һөнәре буйынса хеҙмәт һала. Себер яҡтарында улар оҙаҡ йәшәмәй, Руфинаның тыуған яғына, Раевка ауылына ҡайталар. Бында йорт һатып алалар. Рушан юл ремонтлау-төҙөү идаралығына эшкә урынлаша. Бер-бер артлы улдары Эмиль һәм Динар донъяға килә, улар әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.
Юлдарҙы таҙартыуҙан тыш, тейәгес машинисы вазифаһына башҡа эштәр ҙә инә. Базала ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы, ваҡ таш тейәү һәм бушатыу ҙа уға йөкмәтелгән. 15 йылға яҡын стажы булған ышаныслы шофер теләһә ниндәй һауа шарттарында ла техникаһына ултырып эшкә сығырға әҙер.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.