Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
18 Декабрь 2020, 16:35

Аксен колледжы данын Илнур Хәбиров яҡлай

Уҡыу йортонда «Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia) VI төбәк чемпионаты старт алды.

Ошо көндәрҙә бөтә республика буйынса буласаҡ һөнәрмәндәрҙең 94 компетенция буйынса ярыштары уҙа. Быйылғы чемпионатта 884 конкурсант, улар уҡыу йорттары студенттары ғына түгел, WorldSkills Juniors йүнәлешендә үҙ көстәрен, белемдәрен һынаған мәктәп уҡыусылары ла ҡатнаша. Ярыштар республиканың төрлө ҡала һәм райондарында урынлашҡан утыҙ биш майҙансыҡта ойошторолдо. Ғәҙәттәгесә, сараға урта махсус уҡыу йорттары ла әүҙем ҡушыла.

Аксен агросәнәғәт колледжында эксперттар бына бер нисә көн инде «Агрономия» компетенцияһы буйынса иң көслөләрҙе асыҡлай. Бында күп профилле Дүртөйле һәм Дыуанн, Урал аръяғы һәм Аксен агросәнәғәт колледждары студенттары үҙ уҡыу йорттарының данын яҡлай. Әлшәйҙәр исеменән «Йәш һөнәрмәндәр» V төбәк чемпионаты миҙалын яулаған, «Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү технологияһы» белгеслеге буйынса дүртенсе курс студенты Илнур Хәбиров сығыш яһай. Талантлы егет күптән түгел республика Башлығы стипендиаттары исемлегенә инде.

Колледж хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, чемпионатҡа әҙерлек эштәре эпидемиологик хәл талаптарын иҫәпкә алып башҡарылған.

Йәш һөнәрмәндәрҙең төбәк чемпионатын ябыу тантанаһы 21 декабрҙә буласаҡ. Был көндө беҙ бөтә 94 компетенция, шул иҫәптән «Агрономия» буйынса ла, еңеүселәр һәм призерҙарҙың исемдәрен беләсәкбеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, чемпионат «Мәғариф» милли проектына ингән «Йәш һөнәрмәндәр» (һөнәри белем биреүҙең конкурент һәләтлелеген арттырыу) федераль проектын бойомға ашырыу сиктәрендә уҙа.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: