Әлшәй хәбәрҙәре
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
24 Ноябрь 2020, 14:25

Тәүәккәлдәргә уңыш йылмая

Кооператив төҙөгәндә килеп тыуған беренсе ауырлыҡ, ул - кешеләрҙең күмәк хужалыҡҡа ышанмауы, икеләнеүе, ти эшҡыуар.

Әлшәй районында кооперация хәрәкәтен тәүгеләрҙән булып хуплап сыҡҡан «Исток» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 2017 йылда хужалыҡ итеүҙең кесе формалағы 10 предприятиеһын берләштереп төҙөлгән. Бөгөн “Исток” йәмғиәтенең тәжрибәһенә, уңышлы өлгөһөнә ҡарап, күп фермерҙар кооперативтарға берләшә башланы.

Ә тәүге кооперативты ауыл хужалығы вәкилдәренең ихтыяжынан алыҫ торған кеше - Петр Иванович Николаев ойошторған. Ул бөтә ғүмерен яратҡан энергетик һөнәренә арнаған, ҡырҡ йыл электр селтәрҙәренең баш инженеры булып эшләгән.

- Мин дә ауылда йәшәйем, шуға бөгөн ундағы халыҡтың күбеһенең мал аҫрап көн күреүен яҡшы беләм. Әммә йыш ҡына уларҙың, бигерәк тә район үҙәгенән ситтә йәшәүселәрҙең, продукция һатыу буйынса проблемалары килеп тыуа. Ә бит был тәбиғи, тәмле һәм файҙалы аҙыҡ, - ти Петр Иванович.

Кооператив төҙөгәндә килеп тыуған беренсе ауырлыҡ, ул - кешеләрҙең күмәк хужалыҡҡа ышанмауы, икеләнеүе, ти эшҡыуар.

Бәхеткә күрә, уға шәхси абруйы ярҙам итә, район фермерҙары уны баш инженер булып эшләгәндән үк яҡшы белә, күбеһе менән шәхсән таныш була. Шулай фекерҙәштәр табыла. Кооператив рәйесе тәү сиратта «ЕвгИрина» йәмғиәте етәксеһе булған улына ҙур өмөттәр бағлай. Предприятие инде бер нисә йыл уңышлы эшләп килә һәм ул етештергән ярым фабрикаттар, балыҡ һәм ит ризыҡтары баҙарҙа ныҡлы урын алған. «ЕвгИрина» йәмғиәте Әлшәйҙә генә түгел, күрше райондарҙа һәм Өфөлә лә билдәле, 2016 йылда улар “Башҡортостан продукты” билдәһенә лайыҡ булған. Тимәк, «Исток» йәмғиәтенең продукция һатыуҙа проблемалары булмаҫ, тип уйлай Николаев, кооператив төҙөгәндә.

Эйе, хәҙер ауылда күптәр шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәбенә йәшәй, әммә һатып алыу хаҡтарының түбән булыуы ауыл халҡы хеҙмәтенең баһаһын төшөрә. Ә кооперативҡа берләшкәс, был мәсьәлә хәл ителә, сөнки продукцияның дөйөм күләме иҫәбенә отошлораҡ хаҡҡа һатырға мөмкин. Кооператив ябай ауыл кешеһенең тормошон да еңеләйтте - үҙ продуктын һатыуға ваҡыт сарыф итергә, һатып алыусының иҫәп-хисап яһағанын көтөргә кәрәкмәй. Фермерҙар алдында ла яңы мөмкинлектәр асыла.

- Фермерҙарға килеп төрлө мәсьәләләрҙе үҙҙәренә генә хәл итеү ҡатмарлы. Һәм бында, тәү сиратта, залог базаһының етерлек, ә йыш ҡына бөтөнләй булмауы арҡаһында күптәр аҡса алыу йәһәтенән ҡыйынлыҡтар кисерә. Ә был, үҙ сиратында, ауылда бизнес өсөн техника менән насар тәьмин ителеү, етештереүҙә ваҡ тауарлылыҡ кеүек башҡа проблемалар тыуҙыра. Бындай осраҡта фермерҙар өсөн кооперативтарға берләшеү отошло, - ти Петр Иванович.

Башта кооператив эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше һөт йыйыу була. Пайсылар берләшеп, һөт ташыу машинаһы, ике һөт һыуытҡыс һатып ала,улар өсөн майҙансыҡ булдыра. 2018 йылда йыйылышта граждандар инициативаларына нигеҙләнгән килемле проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу программаһы буйынса грант алыуға документтар тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Әлшәй ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәренең инициативаһы хуплана - тиҙҙән "Исток" йәмғиәте һөт эшкәртеү буйынса технологик йыһаздар һатып алыу өсөн өс миллионлыҡ грантҡа эйә була. Әлеге сумманың бер өлөшөн, яҡынса 700 мең һумды үҙҙәре һалған. 2019 йылда улар ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереүгә дәүләт ярҙамы ала. 10,5 млн һум күләмендә алынған аҡсаға һөт эшкәртеү, һөт һәм ҡаймаҡ төргәкләү өсөн йыһаздар һатып алынған.

Бөгөн кооперативта 25 пайсы - 17 крәҫтиән хужалығы, алты шәхси ярҙамсы хужалыҡ, яуаплылығы сикләнгән ике йәмғиәт иҫәпләнә. Машина-трактор паркы нығытыла: Газон-Некст автомобиле базаһында ике һөт ташыу машинаһы, кооператив ағзаларына хеҙмәт күрһәтеү өсөн «Кировец» К-700 тракторы, әҙер продукция ташыу өсөн рефрижератор һатып алынған. Быйылғы сентябрь айы кооператив тарихына тағын ла бер үҙенсәлекле дата менән инеп ҡаласаҡ - бында һөт ҡабул итеү, һыуытыу һәм эшкәртеү өсөн 320 кв.м майҙанлы производство бинаһы файҙаланыуға тапшырылды һәм һөт, ҡаймаҡ, эремсек, кефир кеүек һөт ризыҡтарын «Родное село» маркаһы аҫтында сығара башланылар. Продукция Өфө, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән ҡалалары, Бишбүләк һәм беҙҙең район магазиндарында һатыла.

«Исток» кооперативы йыл аҙағына тиклем һөт эшкәртеүҙе тәүлегенә биш тоннаға тиклем еткерергә, һөт етештереү күләмен арттырырға ниәтләй. Быға нисек өлгәшергә? Тәү сиратта кәмендә 3 млн һум аҡса сарыф итеп, һөт йүнәлешендәге һыйыр малдары һатып алырға, һәм уларҙы кооператив ағзаларына тапшырырға, шулай уҡ етештерелгән һөт продукцияһы ассортиментын киңәйтергә уйлайҙар.

Әммә иң мөһиме – тәүге ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын булдырып ауыл халҡын бергә туплаған «Исток» йәмғиәте башҡа етештереүселәр өсөн өлгө булды. Бөгөн уларға ҡарап, районда өс кооператив төҙөлгән һәм тиҙҙән тағы ла бер нисә кооператив ойоштороласаҡ.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: