«Инженер» һүҙе “уйлаусы” тигәнде аңлата. Был һөнәрҙә иң мөһиме - логик фекерләү. Әгәр ауыл хужалығына ҡағыла икән, ул айырым бер мәғәнәгә эйә. Аграрсыларҙың тормошо ябай түгел. Теләһә ниндәй һауа торошонда, сәйәси, иҡтисади шарттарҙа һәм, ваҡыт күрһәтеүенсә, эпидемиологик хәлдәрҙә лә, ҡыҫҡаһы, ни генә булмаһын, уларға ерҙе эшкәртеп һөрөргә, сәсергә, уңыш йыйып алырға кәрәк. Бында инде уйлаусы һөнәрмәндәрҙән башҡа бер нисек тә булмай.
Игенселәр өсөн ҡыҙыу миҙгеле артта ҡалды, ураҡ тамамланды, һөҙөмтәләр яһалған, инде тынысланып ял итергә лә була кеүек. Әммә «Агрокоопинвест» йәмғиәтенең баш инженеры Рифҡәт Зариповҡа был һис кенә лә ҡағылмай. Ауыл хужалығы предприятиеһы инженер-механигына «миҙгел түгел» тигән төшөнсә юҡ. Ул һәр ваҡыт эштә: яҙғы сәсеүҙә лә, урып-йыйыуҙа, ҡышҡы осорҙа ла. Ҡыҫҡаһы, йыл әйләнәһенә тынғы белмәй. Кисә техниканы ҡышҡы һаҡлауға ҡуйҙылар икән, тимәк, бөгөн уны киләһе миҙгелгә әҙерләй башларға кәрәк.
Ошондай йәшәү рәүешен, был яҙмышты Рифҡәт Рәүеф улы үҙе лә һиҙмәҫтән бала саҡта уҡ һайлаған. Уның ата-әсәһе ғүмере буйы ауылда хеҙмәт һала: әсәһе - урындағы медпунктта санитарка, бөтә Европаны урап ҡайтҡан фронтовик атаһы механизатор булып эшләй. Ауыл тормошо, хужалыҡ мәшәҡәттәре, ҡыҙыу ураҡ осоронда атаһы менән бергә комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләү ошо һөнәрҙе һайлауға булышлыҡ иткәндер. Шуға күрә Рифҡәт урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Егеттең каникулдары, студент йылдарындағы практикалар баҫыуҙа, ырҙын табағында һәм колхоз гаражында уҙа, институтты тамамлағандан һуң ул бында дипломлы инженер булып эшкә ҡайта. Башта автомеханик, инженер, баш инженер булып эшләй, ә һуңғы йылдарҙа инженерлыҡ хеҙмәте эшен көйләп кенә ҡалмай, «Агрокоопинвест» йәмғиәтенең управляющийы ла булып тора.
Рифҡәт Рәүеф улы бына утыҙ алты йыл инде туған хужалығында хеҙмәт һала. Ошо йылдар эсендә ул тармаҡтың рационализаторлыҡ һәләтенә эйә, инженерлыҡ эшенә тоғро ҡалған белгестәренең береһе булараҡ абруй ҡаҙанды. Эшлекле һәм тынғыһыҙ, бик яуаплы һәм шул тиклем тыйнаҡ Рифҡәт Рәүеф улы - һәр ваҡыт ярҙам кәрәк булған ерҙә, ул бер ниндәй эштән дә ҡурҡмай - теләһә ниндәй участкала үҙе башҡаларҙы алмаштыра ала. Хужалыҡ механизаторҙары, шоферҙар, хеҙмәттәштәре, етәкселек тә бер тауыштан уның тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтә.
- Ауыл хужалығы предприятиеһы етештергән продукцияны һатыуҙан ингән табыш машина паркын яңыртыу мөмкинлеге бирә. Күптән түгел генә МТЗ-82 тракторҙары, модернизацияланған Т-150К, культиватор, пресс-йыйғыс һатып алдыҡ. Ошо көндәрҙә генә ашлыҡ таҙартыу ҡоролмаһы ҡайтарттыҡ, тиҙҙән «Акрос» ашлыҡ йыйыу комбайны килеп етәсәк, - тип, шатлығын йәшермәй, «Агрокоопинвест» йәмғиәтенең техник паркын яңыртыу тураһында Рифҡәт Рәүеф улы.
Ауыл хужалығы күп көс талап иткән тармаҡтарҙың береһе булды һәм шулай булып ҡала ла, уның үҫеше заманса техниканан башҡа мөмкин түгел. Әммә кешеләрҙән башҡа ул әллә ниндәй техника ла бары тик тимер киҫәге генә. Республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, булмышы менән инженер Рифҡәт Рәүеф улы Зарипов кеүек һөнәрмәндәрҙең фәлсәфәһе ябай - “Аҙ һөйлә, күп эшлә”, тап ошо әйтем аграрсыларға баҫыу һәм фермаларҙа ҙур уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә лә инде.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Автор фотоһы.