Проект сиктәрендә ауыл оҫталары ҡатнашлығында конкурстар, марафондар, оҫталыҡ дәрестәре үтә.
Мәҫәлән, «Ҡул эштәре оҫтаһында ҡунаҡта» онлайн-марафонында һәр кем үҙе эшләгән ҡабатланмаҫ әйберҙәрҙе күрһәтеп, тәжрибә уртаҡлаша алды. Марафонда ҡатнашыусылар ғәҙәти булмаған, иҫ киткес матур эштәр тәҡдим итте. Кейеҙ баҫыу, интерьер өсөн ҡурсаҡтар, фоамирандан яһалған сәскәләр, таҫмалар, сәйлән менән сигеү, ҡалдыҡ материалдарҙан уйынсыҡтар яһау, ырғаҡ менән бәйләү. Бер һүҙ менән әйткәндә, талантлы хужабикәләрҙең декоратив-ҡулланма ижад техникаһының төрлөлөгөнә һоҡланмау мөмкин түгел. Рәфиҙә Әхмәтйәнова, Нурия Байбәкова, Наталья Ғәбиҙуллина, Резеда Рәшитова, Земфира Ғәлләмова, Гөлшат Байбәкова кеүек оҫталар үҙ эштәрен бөтә күңел йылыһын һалып башҡара. Уларҙың иҫ киткес матур ижад емештәре таң ҡалдыра, барыбыҙға ла таныш һәм ғәҙәти күренгән ҡул эштәренә яңыса ҡарарға мәжбүр итә. Оҫталар халыҡ ижады мираҫын һаҡлап ҡына ҡалмай, ниндәйҙер яңылыҡ индерә, эшләнмәләрҙең төрҙәрен камиллаштыра, ә иң мөһиме – тәжрибәһе менән уртаҡлаша, йәштәргә үҙ белемен тапшыра.
Зауыҡлы биләмәләр йылында проект һәм “Айыҡ ауыл-2020” район конкурсы сиктәрендә “Иң яҡшы ауыл ихатаһы” бәйгеһе лә үтте.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, ауылыбыҙҙа йорт-ҡураларын арымай-талмай төҙөкләндереүсе эшһөйәр оҫталар ҙа бихисап. Әкиәттәге кеүек ҡоймалар, ҡапҡаларҙағы һәм тәҙрә яңаҡтарындағы семәрле биҙәктәр, флюгерҙар, иҫ киткес матур беседкалар алыҫтан уҡ күҙгә ташлана, бер аҙға ғына туҡталып, ошо хозурлыҡҡа һоҡланырға, хужаларҙың ғәжәйеп фантазияһына һәм егәрлелегенә, бындағы йыйнаҡлыҡҡа һәм тәртипкә һоҡланырға мәжбүр итә. Хәлим Саматов, Рәфис Насиров, Рафиҡ Ишдәүләтов, Фаил Миңлейәров һәм башҡа бик күптәр тураһында ысын мәғәнәһендә алтын ҡуллы тип әйтергә мөмкин. Уларҙың һәр береһе балта оҫтаһы ла, столяр ҙа, иретеп йәбештереүсе лә, матурлыҡҡа ғашиҡ ижадсы ла.
Эйе, ауылыбыҙҙың төп байлығы – уның уңған, һәләтле, өлгө алырлыҡ кешеләре. Был проект беҙгә оҫталар донъя тотҡаһы икәнлеген тағы бер тапҡыр раҫланы.
Зөлфирә ҒӘНИЕВА,
Ғәйнәямаҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.
Автор фотоһы.
Ветеран-педагог Рәфиҙә Ғәрифйән ҡыҙы Әхмәтйәнова ҡул эштәре оҫтаһы ғына түгел, моңло тауышлы йырсы ла. Тормош иптәше - баянсы Мансур Миңлеғәли улы менән улар район һәм республика конкурстары һәм фестивалдәрендә әүҙем ҡатнаша. Ғәйнәямаҡтағы бер генә сара ла Әхмәтйәновтарҙың матур сығыштарынын башҡа үтмәй.