Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
27 Октябрь 2020, 13:00

Яратҡан шөғөлө шатлыҡ килтерә

Светлана Сәлихова тегергә, бәйләргә маһир, өҫтәүенә фитнесҡа йөрөй, рәсем төшөрөргә лә ярата. Алтын ҡуллы оҫтаның эштәренә ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел.

Уның кеүектәр хаҡында ижади шәхес, әүҙем тормош алып барған кеше, тиҙәр. Светлана Зәки ҡыҙы үҙен тәбиғәте менән оптимист тип һанай.

Элек ул оҙаҡ йылдар көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә етәксе урынбаҫары, мәшғүллек хеҙмәтендә етәксе, район финанс бүлегендә иҡтисадсы, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Һаҡлыҡ банкында ревизор булып эшләй. Пенсияға сығыр алдынан уҡ өйрәнә башлаған ырғаҡ менән бәйләү серҙәренә хәҙер инде ул ныҡлап төшөнгән.

- Тегеү һәм бәйләү менән мәктәп йылдарынан уҡ мауығам. Пионерҙар йортоноң кейем бесеү һәм тегеү түңәрәгенә йөрөнөм, тәүге иң ҙур эшем - әсәйемә бәйләгән кофта ине, ул уны бик оҙаҡ йылдар яратып кейҙе. Әсәйем яғынан өләсәйемдең "Зингер" тегеү машинаһы бар ине, ул бөтә Раевка ауылы халҡына кейем-һалым, - ти Светлана Зәки ҡыҙы.

Ә һуңынан ул үҙе, ярты төнгә ҡәҙәр ултырып, тире киҫәктәренән улы һәм ҡыҙына тун тегә. Бөгөн ҡыҙы Римма ла, әсәһе кеүек, ул бүләк иткән тегеү машинаһында битлектәр, яңы тыуған сабыйҙар өсөн “оя”лар, тәҙрә пәрҙәләре һәм бик күп башҡа нәмәләр тегә. Ә ейәндәре тыуыуға (уның ике ейәнсәре һәм өс ейәне бар) Светлана Зәки ҡыҙы конверттар тегә һәм тулы комплект – башлыҡ, кофта, башалтайҙар бәйләй. Йыл һайын яҡындарына Яңы йыл символын бәйләп тә бүләк итә оҫта ханым.

Республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән Милли кейем көнөнә ейәндәренә түшелдеректәр, түбәтәйҙәр тегеп биргән. Заказға ла бөтә күңелен һалып ҡалпаҡтар тегә, биҙәкле шәлдәр һәм башҡа бик күп әйберҙәр бәйләй ул. Таныштарына, күрше-тирә әбейҙәргә яһалма тиренән эшләнгән һәм сәйлән менән биҙәлгән энә ҡаҙағыстар, косметичкалар, күҙлек, телефон һауыттары бүләк итергә ярата.

Һәләтле оҫтаның өйөн селтәрләп бәйләнгән салфеткалар биҙәй, ялтыр ептәр ҡушып бәйләнгән сәскә гөлләмәләре, талдан үрелгән декоратив композициялар, таҫманан сигелгән картиналар, бүлмә гөлдәре лә айырым бер йәм өҫтәй.

Хужабикәнең яратҡан шөғөлө ҡул эштәре булһа, тормош иптәше Рәмзилгә баҡса үҫтереү оҡшай. Мәҫәлән, ул ултыртҡан абрикостың районлаштырылған сорты быйыл мул уңыш менән һөйөндөргән, хатта баҙарға ла һатыуға сығарғандар.

- Эштәремә юғары баһа бирһәләр, дәртем арта, күңелемә илһам килә. Башлыҡтар, шәлдәр, косметичкалар өсөн рәхмәт әйтәләр. Һуңғы ваҡытта мин велюрҙан, трикотиндан көҙгө һәм ҡышҡы башлыҡтар тегә башланым, уларҙы күндән эшләнгән сәскәләр, сәйлән-мәрйендәр менән биҙәйем, - ти Светлана Зәки ҡыҙы. Ул район ағинәйҙәре менән мосолман бетеүҙәре һәм башҡа милли биҙәүестәр менән Өфө ҡалаһына күргәҙмәгә барған, эштәрен Бәләбәй, Октябрьский ҡалаларына ла ебәргән, Пионерҙар йорто ойошторған күргәҙмәләрҙә лә даими ҡатнаша.

Үҙе теккән ҡупшы күлдәктәрҙе кейгән ейәнсәрҙәренең шатланыуын күреп, хәстәрлекле өләсәй ҙә бәхетле минуттар кисерә, үҙенә лә, башҡаларға ла байрам бүләк итеүе менән бәхетле ул.

Ирина ВЛАДИМИРОВА.

Читайте нас: