Вәкил Далха улын эш урынында тап иттем. Яратҡан тегеү машинаһында ул сираттағы заказын эшләй ине. Оҫтаның тегеүсе дипломы юҡ, уны был эшкә берәү ҙә өйрәтмәгән. Әсәһе генә кистәрен тегеү машинаһы артында бөтә ғаилә ағзаларына кейем теккән. Ҡыҙыҡһыныусан малай был эштең нескәлектәрен тиҙ төшөнгән.
- Ул йылдарҙа өс һеңлемде тәрбиәләү ҙә минең өҫтә ине. Уларҙы нимә менәндер ҡыҙыҡһындырырға кәрәк бит, - тип хәтерләй Вәкил Миңлебаев. – Бөтә ҡыҙҙар кеүек, улар ҙа ҡурсаҡ менән уйнарға яратты. Әсәйем теккән әйберҙәрҙән ҡалған ҡорамаларҙан ҡурсаҡтарға кейем тегә инем. Яңы йылға үҙемә костюм тегеп кейҙем. Һуңғараҡ иҫке өлгөләргә ҡарап, кейем тегә башланым. Шулай итеп, армиянан ҡайтҡан ағайыма салбар тегеп бирҙем.
Вәкил Миңлебаев Тәүәтәй ауылында тыуып үҫкән. Армиянан һуң бер йыл “Мир” колхозында эшләй. Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында агроном белгеслегенә уҡып сыға. Ошонда комсомол ойошмаһы секретары булып эшкә ҡала, артабан төп һөнәре буйынса ла хеҙмәт һала.
1991 йылда Раевкаға ҡайта. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 111-се һөнәрселек училищеһында производствоға өйрәтеү мастеры булып дауам итә. Артабан район малсылыҡ союзына етәкселек итә. Шул йылдарҙа ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтында белем ала.
- 90-сы йылдарҙа был предприятие ябылды һәм мин эшһеҙ ҡалдым, - ти эшҡыуар. – Баҙарҙа кейем-һалым, һуңынан хужалыҡ тауарҙары һата башланым. Аҙаҡ Стәрлетамаҡ күн заводынан күн һәм һарыҡ тиреһе һатып алып, заказға тун һәм курткалар тектем.
Бөгөн Вәкил Миңлебаев постель кәрәк-яраҡтары ғына түгел, ҡорама юрғандар, диван өсөн мендәрҙәр ҙә тегә. Сыбар, сағыу төҫтәрҙән, биҙәктәрҙән, һүрәттәрҙән күҙҙәр ҡамаша.
- Эскиздарҙы үҙем уйлап сығарам, - ти ул һәм һүрәттәр төшөрөлгән дәфтәрен һона. – Ҡабатланған бер генә биҙәк тә юҡ. Һәр әйбер үҙенсәлекле. Бер юрғанға 500-ҙән алып 1000-гә тиклем ҡорама китә. Уларҙы бергә йыйыр өсөн ҙур теләк һәм түҙемлек кәрәк. Ә был эш уйламағанда башланды. Артып ҡалған ҡорамаларҙан юрған тектем дә, ҡыҙыҡ өсөн генә һатыуға ҡуйҙым. Ғәжәпкә күрә, уны шунда уҡ һатып алдылар. Шунан һуң юрғандар тегә башланым. Бик мәшәҡәтле, әммә ҡыҙыҡлы был шөғөлгә ижади ҡарайым. Эш барышында күңелгә шиғыр юлдары, тормош тураһында төрлө уйҙар килә.
Вәкил Далха улы һоҡланғыс тормош иптәше һәм һөйөклө атай ҙа. Ҡатыны Марина Гавриловна башҡорт лицейында башланғыс синыф уҡыусыларына белем бирә. Ҡыҙҙары Светлана Өфө ҡалаһында йәшәй, улдары Альфред лицейҙа 6-сы класта уҡый.
Вәкил Далха улының ҡыҙыҡһыныуҙары күп яҡлы. Студент йылдарында йырларға, гитарала уйнарға яратҡан, вокал-инструменталь ансамбль составында сығыш яһаған. 111-се һөнәрселек училищеһында эшләгән саҡта “Десантник” клубына етәкселек иткән, “ДОСААФ” аэроклубында шөғөлләнгән, парашюттан һикергән, киләсәктә дайвинг серҙәренә төшөнөргә һәм, әлбиттә, үҙ бизнесын киңәйтергә хыяллана.
Айгөл ҒӘЛИМУЛЛИНА.
Автор фотоһы.