Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
15 Октябрь 2020, 18:00

Уға һәр ваҡыт таянырға мөмкин

Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө ”Башкиравтодор” предприятиеһы филиалының Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығында оҙаҡ йылдар шофер булып эшләгән Николай Денисов өсөн дә һөнәри байрамға әйләнгән.

Был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре башҡа һөнәр эйәләренә ҡарағанда, һәр ваҡыт күҙ алдында. Ҙур автомагистралдәр, ҡала транспорт юлдары, тыныс ауыл урамдары һәм тротуарҙары, ихаталар, бер һүҙ менән әйткәнгдә, бөтә юл инфраструктураһының торошо, төҙөклөгө эҫелә лә, һыуыҡта ла, ҡарлы ямғырҙарға ла ҡарамай юлдар төҙөгән, ремонтлаған эшсәндәрҙең тырышлығына һәм оҫталығына бәйле.

Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө ”Башкиравтодор” предприятиеһы филиалының Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығында оҙаҡ йылдар шофер булып эшләгән Николай Денисов өсөн дә һөнәри байрамға әйләнгән. Николай Иванович күрше Миәкә районында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң егет хәрби комиссариат юлламаһы буйынса шофер һөнәренә уҡый. Армия сафына алына, сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, ике йыл Төркмәнстан сигендә «Урал» машинаһын йөрөтә. Ҡораллы көстәр сафынан ҡайтҡас, ул ваҡытта Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығында эшләгән ағаһы Сергейҙың кәңәше буйынса, ошо ойошмаға шофер булып эшкә урынлаша.

Бына егерме ете йыл инде Николай Иванович “КамАЗ” руле артында. Бындай ҙур техникала һәр кем эшләй алмай. Тырыш хеҙмәте, алсаҡлығы, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булғаны өсөн хеҙмәттәштәре уны хөрмәт итә. Етәкселәр ҙә тәжрибәле шоферҙың эшенән ҡәнәғәт. Уның автомобиле һәр ваҡыт таҙа, техник яҡтан төҙөк, аварияларһыҙ эшләй. Ә иң мөһиме, Денисов - ышаныслы кеше, уға һәр ваҡыт таянырға мөмкин.

Юл эшсәндәренең хеҙмәте йыл әйләнәһенә туҡтамай. Николай Иванович ҡышын ҡар таҙартыусы машинаны ла йөрөтә. Ул был осорҙа ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы ташый, юлдарҙы ҡарҙан һәм боҙҙан таҙарта. Хеҙмәте бик тынғыһыҙ, бер нисә сәғәт кенә серем итеп алған көндәр ҙә булғылай.

Юғары һөнәри оҫталығы, юл хужалығын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Николай Денисов Юл ремонтлау-төҙөү идаралығы, «Башкиравтодор» предприятиеһы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең почет грамоталары менән бүләкләнгән. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, уның бер туған ағаһы Сергей Иванович та бына 29 йыл инде юл төҙөлөшөндә шофер булып хеҙмәт һала.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: