Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
8 Октябрь 2020, 12:10

Үҙ оҫталығын раҫланы

Йыл һайын республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошмалары араһында эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәреүгә, торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһенә йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә йүнәлтелгән «Һөнәре буйынса иң яҡшы» конкурсы үткәрелә.

Быйыл төбәк этабы Күгәрсен районының Мораҡ ауылында уҙҙы. Унда әлшәйҙәр ҙә ҡатнашты. «Әлшәй йылылыҡ селтәрҙәре» йәмғиәтенең ҡаҙанлыҡ операторы Надежда Әйүпова, «Жилкомсервис-плюс» йәмғиәтенең слесарь-сантехнигы Артур Тарханов, «Раевка» йәмғиәтенең урам һепереүсеһе Радик Мофтахов, Раевка ауыл Советы тракторсы-машинисы Илвир Арыҫланов һөнәри оҫталыҡта көс һынашты. Ул икенсе урын алды, диплом һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды.
Сентябрь айында Илвир Учалы ҡалаһында уҙған республика конкурсында беҙҙең район исеменән сығыш яһаны. Ул йәнә үҙ оҫталығын раҫланы һәм икенсе урынға лайыҡ булды, аҡсалата сертификат һәм диплом менән бүләкләнде.
Читайте нас: