Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
7 Октябрь 2020, 19:04

Уңған һауынсы

«Раевка» ауыл хужалығы предприятиеһының Үрәҙмәт һөтсөлөк фермаһында һыйырҙарҙы машина менән һауыу операторы Альбина Сәғәҙәтгәрәева ун биш йылдан ашыу хеҙмәт һала.

Һәр көндө яҙғы-көҙгө ямғырҙар һәм бысраҡҡа, ҡышҡы һалҡындарға ҡарамай, улар иртә таңдан фермаға ашыға. Эш көндәре ҡояш байығас ҡына тамамлана. Өйгә ҡайтҡас, үҙ һыйырҙарын һауырға, уларҙы ашатырға, ҡош-ҡортто ҡарарға кәрәк.

«Раевка» ауыл хужалығы предприятиеһының Үрәҙмәт һөтсөлөк фермаһында һыйырҙарҙы машина менән һауыу операторы Альбина Сәғәҙәтгәрәева ла ошондай эш режимында ун биш йылдан ашыу хеҙмәт һала.

Уға крәҫтиән хеҙмәтенең асылына төшөнөргә кәрәкмәгән. Ауылда тыуып-үҫкән, бәләкәйҙән үк һыйыр һауырға өйрәнгән, ата-әсәһенә хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашҡан. Әсәһе фермала һыйыр һауыусы, атаһы малсы булып эшләй. Альбина ла тәүҙә һыйыр һауа, аҙаҡ быҙауҙар ҡарай. Артабан әсәһе Флүрә Тәлғәт ҡыҙы уға үҙ төркөмөн бирә, ә был һыйырҙар әсәһенә ҡасандыр ҡәйнәһенән ҡалған була. Шулай итеп ҡыҙ династияны дауам итә.

Бөгөн Альбина Зиннур ҡыҙы - район һөтсөлөк тармағында тәжрибәле оҫталарҙың береһе. Яҡшы һауым күрһәткестәренән тыш, ул - машина менән һыйыр һауыу операторҙарының һөнәри оҫталығы буйынса республика конкурстарында күп тапҡырҙар ҡатнашып, унда районыбыҙ данын лайыҡлы яҡлай.

Әйткәндәй, Үрәҙмәт фермаһы һауынсылары, һайлап алған кеүек, бөтәһе лә эшсән һәм тырыш. Лилиә Анчина, Лилиә Ғиззәтуллина, Гөлфиә Басирова, алмаш һауынсы Гөлназ Маннанова, быҙаулатыу бүлексәһендә - Рәүфә Нурмөхәмәтова, быҙау ҡараусы Наталья Алмаева, лаборант Юлиә Латыпованан торған был коллектив районда иң йәш һәм татыуҙарҙан һанала. Был һауынсыларҙың эш күрһәткестәре ниндәй генә булмаһын, уларҙың һәр береһе үҙ хеҙмәте өсөн хөрмәткә һәм маҡтауға лайыҡ. Альбина Сәғәҙәтгәрәева һәм уның әхирәттәре кеүек уңғандар булғанда, өҫтәлдәребеҙҙән һөт ризыҡтары өҙөлмәҫ, ә республикабыҙ Рәсәйҙә иң эре һөт етештереүселәрҙең береһе исемен лайыҡлы йөрөтөр.

Читайте нас: