Ауыл мәктәбен тамамлаған егете Раевка 111-се һөнәрселек училищеһында киң профилле тракторсы-машинист һәм газоэлектросварщик, Стәрлетамаҡ колледжында бина һәм ҡоролмаларҙы төҙөү һәм эксплуатациялау буйынса белгеслектәр ала. Ә бер нисә йыл элек Себерҙә иретеп йәбештереүсе булып эшләй башлай.
Мәктәптә уҡығанда уҡ Ринат ағасҡа биҙәкләп һүрәт төшөрөү менән мауыға, түңәрәккә йөрөй, уның беренсе эше – Өфөгә конкурсҡа ебәрелгән айыу була. Артабан башҡа ҡул эштәре лә барлыҡҡа килә, тәүге һандығын эшләп апаһы Гөлнараның туйына бүләк итә. Сөнки элек-электән һәр ғаиләлә һандыҡ бик ҡәҙерле ҡомартҡы була, ҡыҙҙың ата-әсәһе уның бирнәһен шунда һала бара.
- Кеше тормошта бәхетле булһын өсөн, уның туйында ошо йорттоң ҡотон һаҡлаусы һандығы йәки шкатулкаһы булырға тейеш, - ти Ринаттың әсәһе Гөлсимә Миңнулла ҡыҙы.
Улының мауығыуын ул ябай ғына аңлата:
- Атайым яғынан олатайым арбалар, ат егеү кәрәк-яраҡтары, ағас тәгәрмәстәр яһаған, Ринаттың һәләте шунан киләлер ҙә, моғайын.
Балалар бишеге, биҙәкле һандыҡ йәки шкатулка, кишер тотҡан ҡуян, виноград ҡыуағына терәү, өйрәктәр ябырға биҙәкләп эшләнгән урын, үҙенсәлекле аркалар – бер һүҙ менән әйткәндә, оҫтаның ағастан һәм иретеп-йәбештереп эшләнгән эштәрен бында һәр ерҙә күрергә мөмкин.
Ринат киләсәктә сүкеп биҙәкләп эшләнгән ҡапҡа, йүкә таҡтанан һандыҡтар яһарға ниәтләй, илһам ғына килһен һәм буш ваҡыты ғына күберәк булһын.
Ғәйнуллиндарҙың тырыш ғаиләһе был тормошта барыһына ла үҙ хеҙмәте менән өлгәшә. Күҙ яуын алып торған өйҙәрен дә үҙ ҡулдары менән төҙөгән, Ринаттың атаһы Муса ағайҙың да, улының да ҡулдары алтын. Ә йорт хужабикәһе, хәстәрлекле әсә һәм өләсәй Гөлсимә Миңнулла ҡыҙы ғаилә усағын һүндермәй донъя көтә, уның фекеренсә, кешеләр бер-береһенең ҡәҙерен белеп йәшәргә, Хоҙайға ышанырға, ата-бабаларының шәжәрәһен белергә тейеш.
Йорттағы һәр әйбер оҫта ҡулдарҙың йылыһын һаҡлай, ҡыҙғаныс, уларҙың теле генә юҡ, юғиһә, күп кенә ҡыҙыҡлы нәмәләр тураһында һөйләр инеләр. Бөтә күңелен биреп эшләгән йәш оҫтаның ижад емештәре лә уның эске хәләтен аса, киләсәктә лә уға яңынан-яңы идеялар һәм бөтә уй-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.