Үҙеңде күрһәт, бизнесыңды, республикаңды үҫтер!
Үҙ эшеңде асыу еңел түгел, ә уны үҫтереп ебәреүе бигерәк тә. Бизнес алып барыуҙың бөтә нескәлектәрен кем аңлатыр, уны яңы кимәлгә күтәреүгә кем ярҙам итер?
Район мәҙәниәт һарайында “Кесе бизнес өсөн ҙур уйын” проектын презентациялау һәм һайлап алыу туры үтте. Осрашыуға Әлшәй, Дәүләкән, Ауырғазы, Миәкә, Бишбүләк һәм Йәрмәкәй райондары эшҡыуарҙары йыйылды.
Беҙҙең төбәктә уйындар 26 сентябрҙән 29 ноябргә тиклем үткәреләсәк. Ойоштороусылар – республиканың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты,”БР Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы”, муниципаль берекмәләр хакимиәттәре, “Минең бизнес” үҙәге, БР эшҡыуарҙары ассоциацияһы.
-Проектта республика территорияһында үҙ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡатнаша ала, - тип билдәләне үҙенең сығышында Эшҡыуарҙар ассоциацияһы президенты Рөстәм Фәтхуллин. – Һайлап алыу туры һөҙөмтәһендә 50 ҡатнашыусы өс ай дауамында бизнес алып барырға уҡый ала. Бергәләп беҙ үҫеш нөктәһен табасаҡбыҙ. Һеҙгә барыһы тураһында ла һөйләрбеҙ. өйрәтербеҙ, ярҙам итербеҙ!
“Минең бизнес” үҙәге консультанты Глеб Абдулин дәүләт ярҙамы саралары һәм формалары тураһындағы мәсьәләгә буйынса ентекләберәк аңлатып үтте. Проекттың былтырғы ҡатнашыусыһы, Дыуан районының шәхси эшҡыуары, суши килтереп биреү буйынса белгес Данил Кәримов уйын тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Йәш бизнесмен уйындың нимәгә килтереүе тураһында һөйләне. Был, бөтәһенән дә бигерәк, уҡыу, эшлекле танышыуҙар, үҫеү һәм һатыу итеү өсөн яңы юлдар эҙләү, власть органдары, партнерҙар һәм конкуренттар менән экспресс- коммуникациялар, ижади һәләттәрҙе, креативлыҡты үҫтереү ул.
Уйын һөҙөмтәләре буйынса, ноябрь айында өс еңеүсе билдәләнәсәк һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнәсәк. Улар өсөн потенциаль инвесторҙар менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ