Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
31 Август 2020, 18:00

Һөнәре буйынса һатыусы, ә күңеле менән – ижадсы

Район үҙәгендәге сауҙа йорттарының береһендә һатыусы булып эшләгән Анна Йәрмөхәмәидова изолондан төрлө әйберҙәр яһай.

Белеме буйынса юрист-хоҡуҡ белгесе булған Анна һатыусы булып эшләй. Был өлкәлә инде ун биш йыл хеҙмәт һала: һатыусы ла, тауар белгесе лә, магазин мөдире лә була. Бөгөн дә район үҙәгендәге сауҙа йорттарының береһендә һатыусы булып эшләй. Ә эш араһында Анна төрлө матур әйберҙәр яһау менән шөғөлләнә. Мәктәп йылдарында уҡ макраме, бәйләү менән мауыға, Пионерҙар йортона түңәрәккә йөрөй. Ә әсәһе уға модалы свитерҙар бәйләп кейҙергән.

- Атайым – төҙөүсе-мастер, өйҙәге интерьерҙы ул булдырҙы, уға ҡарап, миндә лә нимәлер эшләү теләге тыуа ине. Тәүҙә гофрировкалы ҡағыҙҙан сәскәләр, кофенан топиарийҙар, сәйләндән ағастар эшләнем, дүрт йыл элек, интернеттан өйрәнеп, изолондан яҡтыртҡыстар яһау менән мауығып киттем, - ти Анна Викторовна.

Ул яһаған балҡып яныусы ҡурсаҡтар, сәскә гөлләмәләре, стенаға ҡуйылыусы паннолар, өкөләр ҙур һорау менән файҙалана, заказ биреүселәр ҙә күп.

Аннаның уртансы улы Данила ла оригами менән мауыға, ағасты көйҙөрөп биҙәктәр төшөрә, шулай уҡ ул милли көрәш, робототехника менән ҡыҙыҡһына, өҫтәүенә ҡустыһы Артур менән шахмат уйнарға ла ярата. Өлкән улы Николай Аксен агросәнәғәт колледжының Раевка бүлексәһендә ашнаҡсы һөнәренә уҡый, ҡайһы саҡ әсәһенә һатыу эшендә лә ярҙам итә.

Изге күңелле, әүҙем, аралашыусан Анна бер ваҡытта ла тик тормай. Үҙе менән бергә һәр саҡ асыҡ, төрлө төҫтәге изолон киҫәктәре йөрөтә, уларҙан беҙҙең күҙ алдында бик матур әйберҙәр ҙә яһап күрһәтте, бына шулай ябай ғына нәмәләрҙән дә мөғжизә тыуҙырырға һәләтле ул. Һөнәре буйынса һатыусы, ә күңеле менән – ижадсы булған Анна Викторовна кеүек оҫталар йәмләй тормошобоҙҙо.

Читайте нас: