Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
13 Июль 2020, 16:55

Эшен күңелен һалып башҡара

Раевка почтамты етәкселеге һәм ауыл халҡы Ҡармыш почта элемтәһе бүлексәһе эше тураһында бик яҡшы фекерҙә.

Почта хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй, гәзит-журналдар таратыу менән бер рәттән ауылдаштарына көнкүреш тауарҙары ла килтерә, коммуналь хеҙмәттәргә түләргә лә ярҙам итә.

Коллективҡа бына 5 йыл инде Ләйсән Урал ҡыҙы Әхтәмова етәкселек итә, элек ул “Россельхозцентр” филиалының үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса баш белгесе булып эшләгән.

-Миңә клиенттар менән эшләү оҡшай. Беҙҙә халык һәйбәт, игелекле. 500-ҙән артыҡ кеше йәшәгән Ҡармыш ауылынан тыш, беҙ 300-ҙән артыҡ кеше йәшәгән Сурай ауылын да хеҙмәтләндерәбеҙ. Был участкаларҙа хат ташыусылар Люциә Ниғмәтуллина һәм Индира Сөләймәнова намыҫлы эшләй. Үҙ аллы изоляция режимында ла улар йорттарға йөрөп, ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырҙы,клиенттарға кәрәк-яраҡ әйберҙәр һатты, - ти Ләйсән Урал ҡыҙы.

Берҙәм эш һөҙөмтәһендә почта элемтәһе бүлексәһе матбуғатҡа яҙҙырыу буйынса, шул иҫәптән “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә лә, ҡармыштар гәзитте башҡорт телендә 90 дана яҙҙыртҡан, планды үтәгән. Фәйрүзә апай Кәримова, Минзилә апай Шәмсетдинова, Ғәлиә апай Садыҡова, Миңлейән ағай Ғәбделмәновтар - иң әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙ, улар һәр ваҡыт бер юлы бер нисә гәзит-журналға яҙыла. Ҡайһы бер кешеләр район баҫмаһын ҡулаҡсаға һатып ала.

Иҙристә тыуып-үҫкән Ләйсән Әхтәмоваға Ҡармышта эшләүе бик оҡшай. Бында уларҙың йорто бар, тормош иптәше Таһир менән улдары Илнар һәм Иҙелде тәрбиәләйҙәр. Өлкән улдары мәктәпне тамамлағандан һуң, Бәләбәй медицина колледжында уҡыуын дауам итә. Ә кеселәре Иҙел өсөн мәктәп йылдары алда әле, уға белем тауҙарына үрләргә иң яҡын кешеләре – ата-әсәһе һәм ағаһы Илнар ярҙам итәсәк.

Читайте нас: