Кем булырға? Тормошта ниндәй юл һайларға? Был һорауға күптәр тиҙ генә яуап таба алмай. Ә бына китапханасы Фәһимә Шакир ҡыҙы һәм “Госстрах” агенты Ғәзи Ғәйнулла улының өс ҡыҙы бала саҡтан уҡ бер хыял – табип булып, кешеләрҙе дауалау теләге менән яна. Мәктәпте тамамлағандан һуң ике апаһы артынан Наилә лә медицина институтына юл тота.
Уҡырға инеү өсөн балдары етмәгән ҡыҙ үҙ маҡсатынан тайпылыу тураһында уйлап та ҡарамай. Раевкаға ҡайтып, бер йыл район дауаханаһының бала тыуҙырыу бүлегендә санитарка булып эшләй. Артабан Өфөлә медицина училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм Башҡортостан медицина институтының педиатрия факультетына уҡырға инә.
Юллама буйынса Себерҙә дауаханала эшләгәндән һуң, йәш белгес тыуған яғына ҡайта һәм 1992 йылдан уның яҙмышы Раевка үҙәк район дауаханаһы менән бәйле. Тәүҙә кескәй пациенттарҙы дауалай, өс йылдан һуң махсус белгеслек алып, бына 25 йыл инде республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдынғыһы, юғары категориялы табип Наилә Абдрахманова йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау бүлегендә хеҙмәт һала.
- Табип-инфекционистарҙың барыһы ла универсал улар, - ти Наилә Ғәзи ҡыҙы. – Дөрөҫ диагноз ҡуйып, дауалау алымдары билдәләү өсөн беҙгә медицинаның барлыҡ өлкәһендә лә белгес булырға кәрәк. Ә пациенттарыбыҙ өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа.
Ауырыуҙарҙы поликлиникала ҡабул итеү, стационарҙа дауалау - уның һөнәри бурыстары бихисап. Бында инде коллегаларының ярҙамы бик мөһим. Ә улар, Наилә Ғәзи ҡыҙы әйтеүенсә, һоҡланғыс кешеләр. Йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау бүлеге коллективы татыу, берҙәм, ошо йылдар эсендә яҡын туғандарға әйләнгән, тиһәң дә була. Инфекция кабинеты шәфҡәт туташы Анна Романенко менән дә тиҙ уртаҡ тел тапҡандар.
Эйе, инфекционистарҙың эше бер ҡасан да еңел булмаған. Улар хәүефле, йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәштә һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта. Геморрагик биҙгәк, грипп, гепатит, инде онотолоп бөткән тиерлек ҡыҙылса, “XX быуат тағуны” – СПИД... Ә бөгөн, коронавирус пандемияһы осоронда ,яңы, билдәһеҙ инфекцияға ҡаршы тороу ҙа тап уларҙың иңенә төштө.
Беҙҙең дауаханала COVID-19-ға экспресс-тест үткәрелә, махсус бригадалар коронавирус булыуға шик тыуған кешеләрҙең өйҙәренә барып, анализ ала. Әгәр быға тиклем районда был инфекция менән сит илдәрҙән һәм имен булмаған төбәктәрҙән ҡайтыусылар ауырыһа, хәҙер иһә, бөтә республикалағы кеүек, ғаиләлә йоҡтороусылар йышайҙы. Ауырыуҙы еңел үткәргәндәр табип күҙәтеүендә өйҙә дауалана, ауыр пациенттарҙы Стәрлетамаҡҡа стационарға ебәрәләр.
-“Нисек ҡурҡмайынса эшләйһегеҙ?” – тип һорай минән ҡайһы берәүҙәр. Әлбиттә, ауыр, айырыуса тәүге мәлдәрҙә ҡыйын булды, - ти Наилә Ғәзи ҡыҙы. – Әммә беҙ бит үҙебеҙҙең табип бурысын үтәйбеҙ. Өҫтәүенә барыбыҙ ҙа шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгәнбеҙ.
Һәр көндө алғы һыҙыҡта булыу, смена буйына һаҡланыу кейемендә, битлек, бирсәткәләр һәм махсус күҙлек кейеп йөрөүе еңел түгел. Әммә быға күнегергә була. Иң ҡыйыны – яҡындарың, туғандарың менән аралашыуҙы сикләүҙер. Уларҙы зарарланыуҙан һаҡлау өсөн табипҡа ҡыҙы менән күрешеп, күҙ нуры - биш айлыҡ ейәнсәре Самираны ҡыҫып һөйөргә, апайҙары менән йышыраҡ осрашырға тура килмәй шул. Ярай әле, эргәһендә колледжда уҡыусы улы бар, заманса элемтә саралары ла ярҙамға килә.
- Шуныһы ҡурҡыныс, был инфекция һауа-тамсы юлы менән йоға. Шуға ла тынысланырға иртә әле. Ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен, гигиена талаптарын, битлек режимын күҙәтегеҙ, ҡулдарығыҙҙы йышыраҡ йыуығыҙ, - тип кәңәш бирә әлшәйҙәргә Наилә Абдрахманова.
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.