Машинала йөрөр өсөн механика факультетына уҡырға инә
Нияз – күп балалы ғаиләлә үҫкән ябай ауыл малайы. Бәләкәйҙән үк ҡыҙыҡһыныусан, зирәк була, шуға күрә мәктәпте лә миҙалға тамамлай. Ә һөнәр һайлау егет өсөн ауыр булмай, сөнки кесе йәштән ауыл хужалығы институтының механика факультетына уҡырға инергә теләй. Үҙ баһаһын белгән һәр егет кеүек , ул да “ҡорос ат”та елдерергә хыяллана. Ә ул осорҙа машина һатып алыу өсөн аҡса эшләрҙәй генә мөмкинлек булмай. Колхозда иң тәүҙә инженерға һәм председателгә хеҙмәт машинаһы биргәндәрен ул яҡшы белә. Әммә рәйес вазифаһына уҡ иҫәп тотмай егет, шуға ла инженер булырға ҡарар итә. Нияз ауыл хужалығы институтына уҡырға инә һәм механика факультетын уңышлы тамамлай. Республиканың төп юғары аграр уҡыу йортонда алған белеме өсөн ул бөгөнгө көнгә тиклем уҡытыусыларына рәхмәтле. Ләкин тормош беҙ уйлағанса ғына түгел бит ул, Нияздың артабанғы яҙмышы ла бөтөнләй башҡа йүнәлеш ала.
Нияз – ит һатыусы
Уҡыған ваҡытта егет Никифар ауылынан бик итәғәтле һәм һөйкөмлө Ләйсән исемле ҡыҙ менән таныша. Йәштәр студент саҡтарында уҡ өйләнешә, Нияз – бишенсе, Ләйсән, буласаҡ бухгалтер, өсөнсө курста уҡыған була. Тиҙҙән Нияз диплом ала һәм Өфө ҡалаһында ваҡытлыса эшкә урынлаша. Ә ҡыҙ белем алыуын дауам итә. Студенттар өсөн бирелгән дөйөм ятаҡта йәшәйҙәр. Оҙаҡламай улдары Алмаз донъяға килә. Ләйсән диплом алғандан һуң, Алтынғужиндар тыуған райондарына ҡайтып китә.
Бында ла йәштәрҙе берәү ҙә ҡолас йәйеп ҡаршы алмай. 90-сы йылдар була. Эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ, айҙар буйы хеҙмәт хаҡын түләмәйҙәр. Йәш ғаилә Раевкала фатирҙа тора. Тәүҙә Нияз мәғариф бүлегенә шофер, артабан 36-сы РСП-ға эшкә урынлаша. Бәлки, ул бында эштә ҡалған да булыр ине, етмәһә, үрләтергә лә вәғәҙә итәләр, әммә бының өсөн уҡырға Волгоградҡа барырға кәрәк була. Сабыйҙары ауырып китеү сәбәпле, ҡатынын бер үҙен ҡалдырырға теләмәй Нияз, был тәҡдимдән баш тарта. Һуңынан эш урынында авария була, бинаның балкаһы емерелеп төшә һәм цех эшселәрен хеҙмәт хаҡы һаҡланмаған отпускыға ебәрәләр.
- Бер ваҡыт шулай ҡатыным менән урам буйлап китеп барғанда икмәк һатып алырға туҡтаныҡ. Ҡатыным да ваҡ аҡсаһын барлай, мин дә кеҫәләрҙе бутайым...Бер һүҙ менән әйткәндә, икмәккә аҡсабыҙ етмәне. Икмәк алырлыҡ та аҡса эшләй алмағас, ни өсөн биш йыл буйы уҡыныҡ һуң беҙ, - тип әсенгән саҡтарын иҫкә ала Нияз Рәсүл улы.
Баҙар мөнәсәбәтенә күсеү иң ауыр һынауҙар осоро булды, берәүҙәр аслыҡтан интекһә, икенселәргә ул шәп мөмкинлектәр асты. Ул йылдарҙа ниҙер һатып ҡына аҡса эшләргә була ине. Күптәр үҙе тауар ҡайтартыусы ла, промоутер ҙа, һатыусы ла, үҙе үк кассир ҙа була. Берәүҙәр үҙенең алты сутый ерендә үҫтергән йәшелсәләрен, икенселәр Европанан телефондар, факстар һәм хушбуйҙар, Ҡытайҙан – кейем-һалым, уйынсыҡтар һәм башҡа ваҡ-төйәк, Американан – джинсы һәм кроссовкиҙар, Төркиәнән курткалар һәм тундар алып ҡайтып һатты. Бындай кооперация күптәргә 90-сы йылдарҙағы “шок терапияһы” һәм ҡырағай инфляция шарттарында “иҫән” ҡалырға ярҙам итте.
Районда бөгөн кесе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе йөҙләгән кеше иҫәпләнә. Улар араһында беренселәрҙән булып үҙ эшен асып, бөгөн был өлкәлә ҙур уңыштарға өлгәшкәндәр ҙә бар. Шундайҙарҙың береһе – районда ғына түгел, республикала ла билдәле һәм булдыҡлы эшҡыуар Нияз Алтынғужин.
Нияз Алтынғужин ит һатыусы булып китә. Ауылдарҙан ит алып Өфө ресторандарына, кафе һәм ашханаларға, баҙарҙарға алып барып күмәртәләп һата. Ярай әле, машинаһы була. Тәүге автомобилде ул скважиналар быраулап, шул аҡсаға һатып ала. Әлбиттә, ул ғына етмәй, кешенән бурысҡа һорап торорға ла тура килә. Өр-яңы булмаһа ла, механика факультетын тамамлаған белгескә ике цилиндрлы “Москвич”ты көйләп алыу ҙур мәсьәлә булмай. Тиҙҙән мутлашмаған ит йыйыусы Нияз тураһында хәбәр халыҡ араһында тарала һәм уның даими клиенттары барлыҡҡа килә.
- Төрлө хәлдәр булғыланы инде, әммә минең өсөн репутациямды төшөрмәү һәр саҡ мөһим ине, - ти эшҡыуар ит һатҡан ваҡыттары тураһында.
Электр двигателдәренән сәнәғәт төҙөлөшөнә тиклем
Ит һатыу шөғөлө Ниязды ла, Ләйсәнде лә ҡыуандырмай. Икеһенең дә дипломы ята, ә килем һәм ҡәнәғәтлек килтергән етди эш юҡ. Ул ваҡытта предприятиелар, колхоз һәм совхоздар эшләгән була әле. Нияз тәүҙә хужалыҡтарға двигателдәрҙе әйләндереү өсөн материал ташый, ә һуңынан үҙе лә ремонт менән шөғөлләнә башлай. Цех өсөн арендаға гараж ала. Тәүҙә бәләкәй двигателдәрҙән башлай. Өҫтәүенә, бындағы оҫталар тураһында ишетеп, көнкүреш техникаһын йүнәтеп биреүен һорап та мөрәжәғәт итәләр. Эштәре әкренләп алға китә. Цехтары бәләкәй булғанлыҡтан, автосервис һатып ала, унда ҙур двигателдәрҙе лә ремонтлау мөмкинлеге тыуа. 4 кешенән генә торған коллектив 15-кә етә. Яйлап техника һатып алалар, электр тапшырыу линияларын хеҙмәтләндерә башлайҙар. Төҙөлөш эштәренә лицензия алалар. Бөтә ойоштороу, производство мәшәҡәттәрен Нияз үҙ өҫтөнә алһа, Ләйсән иҫәп-хисап эштәрен алып бара.
Тәүге ҙур төҙөлөш заказын Алтынғужиндар мәғариф бүлегенән ала. Ҡырым мәктәбенең бер нисә бүлмәһен балалар баҡсаһы итеп үҙгәртәләр, аҙаҡ район үҙәгендә ауыр атлетика залын үҙгәртеп төҙөйҙәр. Тиҙҙән 148-се ПМС-тан да шәп тәҡдим алалар. Предприятие ҙур яңы бина төҙөй, электр менән тәьмин итеү эшен Нияз үҙ өҫтөнә ала. Был сәнәғәт төҙөлөшөнә күсеүгә тәүге аҙым була. Бер үк ваҡытта Әлшәйҙең һәм күрше райондарҙың мәктәптәрен, балалар баҡсаларын, спорт объекттарын хеҙмәтләндерәләр. Тиҙҙән автосервиста ла ҡыҫыҡ була башлай. Линия-механика оҫтаханаһының элекке бинаһын учаскаһы менән һатып ала Алтынғужиндар. Үҙҙәренең проекты буйынса яңы бина төҙөйҙәр. Электр-монтажлау эштәренә бик күп материал ҡайтартыла, шуға магазин да асып ебәрәләр.
Бөгөн Алтынғужин – ышаныслы, абруй менән файҙаланыусы эшҡыуар, ҙур ауыл хужалығы һәм нефть объекттарынан башлап, юл аша һалынған күперҙәргә тиклем, бөтә төҙөлөш эштәрен дә алып барырҙай яҡшы үҫешкән, көслө ойошма етәксеһе. Уның менән заказ биреүсе эре предприятиелар – “Транснефть”, “Башнефть”, Рәсәй тимер юлдары, “Таврос” компаниялары төркөмө, “Башҡортостан бройлеры”, “БашРЭС” йәмғиәттәре хеҙмәттәшлек итә. Сәнәғәт төҙөлөшө баҙарында “Алтынғужин” ябай исем генә түгел, ә сифат маркаһына әйләнде. Эшҡыуар өсөн эшләнгән эштең ваҡыты һәм күләме түгел, ә сифаты мөһим. Шуға ла бындағы белгестәр, бөгөн уларҙың һаны 40-ҡа еткән, һәр ваҡыт белемдәрен камиллаштыра, бөтә төр эштәргә лә рөхсәт, кәрәкле заманса техника, ҡоролмалар, эш ҡоралдары бар.
- Быға аҡса йәлләргә кәрәкмәй, төҙөлөштә төп ҡағиҙә - объекттың хәүефһеҙ булыуы һәм үҙенең тәғәйенләнешен теүәл үтәүе. Был ҡағиҙә бөгөн торлаҡ, сауҙа, сәнәғәт объекттары өсөн дә көнүҙәк, шуға күрә беҙ һәр ваҡыт белемде һәм оҫталыҡты камиллаштырыу юлында,- ти Нияз Рәсүл улы.
Меценатлыҡ
Эшҡыуарҙы һөнәри оҫталығы ғына түгел, ә кешелеклелек сифаттары ла данлай. Нияз Рәсүл улы – үҙ хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы етәксе. Предприятие эшселәренә тулы соцпакет, 100 мең һумға тиклем процентһыҙ кредит ҡаралған. Нияз Алтынғужин яҡшы ғаилә башлығы, балалары ла атаһы юлын дауам итә. Улы Алмаз, авиация университетында инженер һөнәре алып, эшләп йөрөй, ҡыҙы Лилиә лә - ошо уҡ уҡыу йорто студенты, буласаҡ инженер.
Алтынғужин – Әлшәй спортсыларының, үҙәк район дауаханаһының, район кимәлендә үткән сараларҙың даими бағыусыһы, айырыуса яҡташтарына йылы мөнәсәбәттә ул. Иҙрис ауылындағы бер генә сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй, тиһәм, һис яңылышмамын, моғайын. Бер нисә йыл элек, мәсет асыу тантанаһында, ауылда һәйкәл асыу тәҡдиме менән сығыш яһаны ул. Һәм бына быйыл, Еңеүҙең 75 йыллығына, иҙристәр бергәләп монумент төҙөп тә ҡуйҙы. Таҡтаташтың эскизын һәм проектын урындағы оҫта, уҡытыусы Фаил ағай Вәлиәхмәтов төҙөй. Ә Нияз Алтынғужин ҙур күләмдә аҡса күсереп, һәйкәлде төҙөргә ярҙам итә. Мемориалды үҫеп килеүсе йәш быуын ата-бабаларын белеп үҫһен, уларҙы онотмаһын өсөн балалар баҡсаһы янындағы майҙанға урынлаштыралар. Яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл хәҙер Иҙрис ауылының матур бер биҙәге булып тора.
- Эштәр дауам итәсәк әле. Оҙаҡламай мемориал территорияһын төҙөкләндереүҙе башлайбыҙ, бында ғаилә, спорт һәм мәҙәни ял өсөн бөтә уңайлыҡтары булған матур һәм йәмле парк буласаҡ, - ти Нияз Рәсүл улы.
Тиҙҙән Иҙрис ауылында ла үҙҙәренең Ҡыҙыл майҙаны барлыҡҡа килеүенә шигебеҙ юҡ. Нияз Алтынғужин кеүек булдыҡлы башҡорт ир-егеттәре һүҙен елгә осормай...