Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
16 Апрель 2020, 14:00

Бында ысын һөнәрмәндәр эшләй

Хәйриә ярҙамы булараҡ, улар Раевка үҙәк район дауаханаһының алты ашығыс ярҙам бригадаһы өсөн һаҡланыу костюмдары ла тегә.

Бөгөнгө көн ваҡиғалары Пионерҙар йорто коллективын тағы ла нығыраҡ берләштерҙе.

Коронавирус инфекцияһына бәйле хәлгә, дөрөҫөрәге, дарыуханаларҙа битлектәрҙең булмауына, бында аптырап, юғалып ҡалмайҙар, Пионерҙар йортондағы һәм өйҙәрендәге тегеү машиналарында үҙҙәре битлектәр тегергә ҡарар иткән улар.

- Район халҡы, шулай уҡ күп кенә ойошмалар был хәбәрҙе ишетеп, беҙгә мөрәжәғәт итә башланы. Ял көндәрендә лә бөтә коллективыбыҙ менән төнгә тиклем битлектәр тектек. Татьяна Ғәббәсова хеҙмәткәрҙәр менән алдан оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Шоферыбыҙ Илшат Хәсәнов Ҡармыш, Иҫке Аҡҡолай, Яңы Сәпәш ауылдарындағы өҫтәмә белем биреү педагогтарына техник персонал яһаған эшләнмәләрҙе илтеп бирҙе. Бер һүҙ менән әйткәндә, алғы һыҙыҡтағы кеүек эшләп, проблеманы тиҙ, берҙәм һәм ваҡытында хәл иттек, - ти учреждение етәксеһе Надежда Александровна Самойлова.

Район хакимиәте үтенесе буйынса бында урамдарҙа патруллек итеүҙә ҡатнашҡан халыҡ дружинниктары өсөн битлектәр һәм бәйләүестәр ҙә теккәндәр. Хәйриә ярҙамы булараҡ, Раевка үҙәк район дауаханаһының алты ашығыс ярҙам бригадаһы өсөн һаҡланыу костюмдары тегәләр. Туҡыманы һәм комбинезон өлгөһөн медицина хеҙмәткәрҙәре килтергән. Пионерҙар йортоноң йәш педагогы, модельер-конструктор Татьяна Ғәббәсова ең һыҙғанып эшкә тотона. Уның был изге башланғысына кейем-һалым тегеү буйынса шәхси оҫтахана хужабикәләре Әлфиә Ғәзизова, Алена Божко, Наталья Жарикова, Клара Һаҙыева ла ҙур теләк менән ҡушыла. Барлыҡ медицина талаптарына тап килгән 34 һаҡланыу костюмы тегелә.

Пионерҙар йорто хеҙмәткәрҙәренең изге ғәмәлдәре тураһында киләсәктә лә күп тапҡырҙар ишетербеҙ әле. Сөнки бында үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тәрбиәләнеүселәре менән бергә уй-хыялдарын тормошҡа ашырған, һәр сәғәттең ҡәҙерен белгән ысын һөнәрмәндәр хеҙмәт һала.

Читайте нас: