Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
9 Апрель 2020, 19:05

Оҫта ҡулдарҙа тимер ҙә матур рауза сәскәһенә әйләнә

Һырлы тәҙрә яңаҡтары, биҙәкләп эшләнгән беседка, ҡош һәм йәнлек һындары бындағы матур күренеште тулыландыра. Ә бит улар ҙа ҡасандыр ябай ғына ағас киҫәктәре булған.

Ҡосаҡларға әҙерләнеп ҡоласын йәйгән, изге күңелле дворецкийға ҡарап, күптән түгел генә уның яп-ябай тимер киҫәге булыуына ышанмаҫһың да. Иретеп-йәбештереү, тимер һәм ағас эштәре оҫтаһы Салауат Нәбиуллиндың тылсымлы ҡулдары уны бына шундай матур сәнғәт әҫәренә әйләндергән.

Салауат Өлфәт улы белгеслеге буйынса бухгалтер, Аксен техникумын тамамлаған, ҡасандыр бында уның ата-әсәһе хеҙмәт һалған, үҙе лә оҙаҡ йылдар ошонда эшләй. Ул шулай уҡ профессионал иретеп-йәбештереүсе лә. Ә тимерҙән һәм ағастан һырлап биҙәктәр яһау – уның яратҡан шөғөлө, быға ул бөтә буш ваҡытын арнай.

- Тимерҙән әйберҙәр яһау ҡатмарлы түгел, әммә күп көс, ваҡыт, сабырлыҡ һәм түҙемлек талап итә. Бындай эштә иң мөһиме - материалды тойоу, - ти оҫта. – Ағас менән эшләү ҙә ҡыҙыҡлы, ул кәйефте күтәрә, тынысландыра. Әммә шулай ҙа тимер миңә яҡыныраҡ.

Оҫта ҡулдарында ул, ысынлап та, тәбиғи ҡатылығын юғалта, йомшара, тыңлаусанға әйләнә һәм һоҡланғыс композициялар тыуа. Сәскәләр, ағастар, ҡоштар, эт, шул уҡ дворецкий, әйтерһең дә, һәр береһенең йәне бар. Оҫтаның күңел йылыһы һалынғанға шулайҙыр ул.

- Тимер менән эш иткәндә илһам һәм теләк булырға тейеш, - ти минең фекеремде раҫлап, Салауат Өлфәт улы. – Был формаларҙың һәм биҙәктәрҙең барыһы ла ниндәйҙер өлгөләрһеҙ, күңелдән эшләнде, бары тик күҙәтеүсәнлек, фантазия һәм етеҙлек кәрәк.

Оҫтаның эштәре араһында ағастан яһалған хикмәтле образдар ҙа бар. Ҡапҡа эргәһендәге ике метрлыҡ айыу ғына үҙе ни тора! Һырлы тәҙрә яңаҡтары, биҙәкләп эшләнгән беседка, ҡош һәм йәнлек һындары бындағы матур күренеште тулыландыра. Ә бит улар ҙа ҡасандыр ябай ғына ағас киҫәктәре булған. Ким ауылынан тимер һәм ағас эштәре оҫтаһы Салауат Нәбиуллиндың оҫта ҡулдарына килеп эләккәс, улар бына шундай иҫ киткес сәнғәт әҫәрҙәренә әйләнгән.

Читайте нас: