Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
23 Март 2020, 12:30

Китап батшалығы хужабикәһе

Уның эше – уның булмышы.

Һәр иртә Гүзәл Әхмәҙишина эшенә байрамға барған кебек бара, сөнки ул үҙ һөнәрен бик ярата.
Ҡырмыҫҡалы районында тыуып-үҫкән ауыл ҡыҙы бәләкәйҙән китапханасы булырға хыяллана. Әммә ул мәктәптә бер парта артында ултырған әхирәте Гүзәлиәнең өгөтләүенә күнеп, киләсәктә лә бергә эшләргә ҡарар итеп, медицина институты ҡарамағындағы Өфө республика медицина училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, юғары уҡыу йорттары поликлиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләй, унда буласаҡ тормош иптәше Венер Әхмәҙишин менән осраша. Егет ул саҡта педагогия институтында физика-математика факультетының бишенсе курс студенты була. Өйләнешкәндән һуң, йәштәр Байдаковка ауылында йәшәй башлай, Венерҙы унда юллама буйынса уҡытыусы итеп ебәрәләр, Гүзәл пионервожатый булып эшләй. Бер йылдан һуң улар Ниғмәтулла ауылына, иренең ата-әсәһе янына ҡайтып төпләнәләр.
Гүзәл Рәйес ҡыҙы Ниғмәтулла ауыл китапханаһында китапханасы булып хеҙмәт һала һәм ситтән тороп китапхана техникумын тамамлай. Шул ваҡыттарҙан алып ун туғыҙ йыл үтеп киткән. Әммә был һөнәрҙе һайлауына ул үкенмәй. Уның баласаҡ хыялы тормошҡа аша. Мәктәп йылдарындағы кеүек үк, Гүзәл Әхмәҙишина бөгөн дә барлыҡ ауыл сараларын алып бара, китап уҡырға ярата, йыш ҡына шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнаша. Йыл башынан ғына ул 13 китапхана-ара ижади акцияларҙа һәм ике флешмобта ҡатнашҡан, бик күп грамоталар һәм дипломдарға лайыҡ булған.
- Был миңә оҡшай. Әнғәм Атнабаев, Гөлфиә Юнысованың шиғырҙарын яратам, - ти Гүзәл Рәйес ҡыҙы.
Ул миңә ике туған ағаһы Баян Ҡотлоев һәм уның тормош иптәше Изида Мурзина-Ҡотлоеваның, улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъяла юҡ инде, шиғырҙар йыйынтығын ғорурлыҡ менән күрһәтте һәм һоҡланғыс шиғри юлдарҙа уҡып ишеттерҙе.
Гүзәл Рәйес ҡыҙы үҙе лә ижади кеше, өлкәндәр өсөн “Лира” шиғриәт һөйөүселәр клубын һәм балалар өсөн “Оҫта ҡулдар” клубын алып бара. Шулай булғас, тәү ҡарашҡа китапханала тынлыҡ булһа ла, бында тормош гөрләп тора. Бында 500-ләп кеше, шул иҫәптән Байдаковка, Нефороща ауылында йәшәүселәр ҙә йөрөй. Улар уҡырға китап ала һәм күргәҙмәләр менән таныша, хатта үҙҙәренең эше, һаулыҡтары һәм ғаилә тормошы тураһында ла һөйләп китә. Иң өлкән китап уҡыусы – 85 йәшлек Сәлиә инәй Нуриәхмәтова, ул татар телендә романдар уҡырға ярата, Гүзәл Рәйес ҡыҙы уға китаптарҙы өйөнә үк илтеп бирә.
Район хакимиәте тарафынан былтырғы эш һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре тип танылған Гүзәл Рәйес ҡыҙы үҙ һөнәрен, китап уҡыусыларын, ҡыҙҙары Юлиә һәм Әлиәне, ике йәшлек ейәнсәре Камилланы бик ярата. Тормошта иң ышаныслы терәге, әлбиттә, – ире Венер.
Үткәнде бөгөнгө һәм киләсәк менән бәйләгән китаптар уның тормош мәғәнәһенә әйләнгән. Ошо һоҡланғыс батшалыҡтың уңған хужабикәһе Гүзәл Әхмәҙишина бындағы рухи хазиналарҙы ҡәҙерләп һаҡлай.
Читайте нас: