Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
5 Март 2020, 18:30

Йылмайыуы ла дауа уның

“Фельдшерыбыҙҙан уңдыҡ”, - ти Казанка фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире, юғары категориялы фельдшер Любовь Николаевна Ермалаева тураһында ауылдаштары һәм ауыл биләмәһе башлығы Вил Йомағужин.

Любовь Николаевна был белгеслекте Стәрлетамаҡ медицина училищеһында ала. 1987 йылда юллама буйынса Казанка ауылына эшкә килә.
Бөгөн Любовь Ермалаева 400-ҙән ашыу кеше йәшәгән Казанка һәм Фән ауылдары халҡына квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтә. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, өйгә саҡырыуҙар, процедуралар, тикшереү, бер йәшкә тиклемге балаларҙы, ауырлы ҡатындарҙы, пенсионерҙар һәм инвалидтарҙы өйҙәренә барып ҡарау, бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл фельдшерының мәшәҡәттәре етерлек.
Әммә Любовь Николаевна был һөнәрҙе һайлауына бер ҙә үкенмәгән. Үҙе Торонтайыш ауыл Советының Адамовка ауылында тыуған. Мәктәптә уҡығанда интернатта йәшәй, татарса, башҡортса һөйләшергә өйрәнә. Ә ун йыл элек шофер таныҡлығы ала. Хәҙер ауырыуҙар янына барыуы еңел.
Һәр ваҡыт асыҡ, көләс йөҙлө, изге күңелле ханым менән аралашыуы ла күңелле.
Грамоталы, тәжрибәле белгес Медицина хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреүҙең республика үҙәге, район хакимиәте, ауыл биләмәһе, үҙәк район дауаханаһы етәкселегенең Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Ғаиләһендә лә бәхетле ул. Тормош иптәше Сергей менән ынйы туйҙарын билдәләгәндәр. Александр, Юлия һәм Ольга исемле өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Төпсөктәре Оля әсәһе юлын һайлаған, бөгөн Бәләбәй медицина колледжында уҡый. Ейәндәре Дима һәм Родион өләсәһе менән олатаһын уңыштары менән ҡыуандырып тора.
Күктә март ҡояшы йылмая, тиҙҙән бар тирә-яҡ йәшеллеккә күмелер. Шифалы урман, ялан үләндәре лә баш ҡалҡытыр. Любовь Николаевна иван-чай үләнен киптереп, унан сәй яһап эсергә ярата.
-Ә һеҙ ҡан баҫымығыҙҙы үлсәтергә теләмәйһегеҙме? – тип һорай ул әҙәпле генә, үҙ ярҙамын тәҡдим итеп.
Дарыуҙар ғына түгел, шифалы үләндәр ҙә эсергә кәңәш итә ул. Был мөләйем, һөйкөмлө ханым менән аралашҡандан һуң күңелгә еңел булып китә һәм ауыртыуҙар ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Изге күңелле, ярҙамсыл, үҙ эшенең оҫтаһы булған ошо ханым кеүек йөрәге ҡушыуы буйынса кешеләргә ярҙам итергә ашығыусылар был донъяла күберәк булһын ине.
Һүрәттә: Любовь Ермалаева.
Читайте нас: