Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
4 Март 2020, 16:55

Тормош йәме - хеҙмәттә

Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Заря” йәмғиәтенең комплекслы бригадаһы бригадиры Баязит Асфинға Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы рәхмәте белдерелде.

Туған колхозы баҫыуҙары уның өсөн бала сағынан уҡ яҡын була. Атаһы Биктимер Сәми улы ғүмере буйы механизатор булып хеҙмәт һала. Ике апаһынан һуң тыуған Баязит хужалыҡта ғына түгел, баҫыу эштәрендә лә атаһының тәүге ярҙамсыһына әйләнә. Малайҙарға хас булғанса, ул да һәр яҡлап атаһына оҡшарға тырыша. Шуға ла атаһының тракторында, баҫыуҙа эшләп үҫә. 6-7-се синыфтарҙа уҡығанда уҡ ул үҙ аллы эшләй башлай, ә өлкән синыфтарҙа инде тәжрибәле ер һөрөүселәр менән ярыша, ДТ-75 тракторында 400-500 гектар ерҙе туңға һөрә. Егет мәктәпте тамамлағандан һуң Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, агроном дипломы алып, туған колхозына эшкә ҡайта.
Ойоштороу һәләтен күреп, йәш белгесте комплекслы бригада бригадиры итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала бына инде егерме биш йылдан ашыу хеҙмәт һала ул. Баязит Биктимер улының ҡарамағында – ике мең гектарға яҡын һөрөнтө ерҙәр, йөҙ баштан ашыу йылҡы малы, ике йөҙ баш йәш мал аҫралған фермалар һәм миҙгел ваҡытында 35 кешегә еткән татыу коллектив. Бер кемгә лә сер түгел, “Заря” йәмғиәтендә элек тә, хәҙер ҙә етәкселек иҡтисади күрһәткестәр тураһында ғына түгел, ә ауыл халҡының имен, мул тормошта йәшәүе тураһында ла ҡайғырта. Төҙөкләндереү, юлдар, урамдар торошо, һыу менән тәьмин итеү кеүек мәсьәләләр етәкселек һәм бригадирҙың иғтибарынан ситтә ҡалмай.
Баязит Биктимер улына Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам тантанаһында Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының рәхмәт хаты тапшырылыуы ғаиләһе өсөн бик ҙур ҡыуаныс булды. Тормош иптәше Зөлфиә Салауат ҡыҙы менән улар өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Өлкән улдары атаһы юлынан китеп, Башҡорт дәүләт аграр университетының энергетика факультетын тамамлаған, әле армияла хеҙмәт итә. Илдар – нефть колледжының икенсе курс студенты, ә ҡыҙҙары Румина мәктәптә уҡый.
Бөгөн бригадирҙың бөтә хәстәре - алда торған яҙғы баҫыу эштәре.
Ошо көндәрҙә хужалыҡта механизаторҙарҙы уҡыта башлайҙар, артабан медицина тикшереүе үтергә, ауыл хужалығы техникаһын ремонтлауға тотонасаҡтар. Ә унан һуң оҙаҡ көтөлгән, ҡыуаныслы һәм тулҡынландырғыс мәл етә – ҡояш нурҙары аҫтында иҙрәп ятҡан бәрәкәтле тупраҡҡа алтын бөртөктәр төшәсәк. Гөрләп торған техника тауышы һәм һабантурғай йыры менән мәшәҡәтле сәсеү миҙгеле башлана.
Читайте нас: