Гүзәлиә Зыязетдинова менән күрешкәнебеҙгә оҙаҡ ваҡыт үтһә лә, уның ижади эштәре был һоҡланғыс ханым менән осрашыуҙы һәр ваҡыт хәтергә төшөрөп тора.
...Күҙҙәр – күңел көҙгөһө, ти халыҡ. Ҡайһы берәүҙәрҙең күҙҙәре, сөңгөл кеүек, үҙенә тарта, тылсымлы матурлығы менән әсир итә, ә икенселәре, киреһенсә, ниндәйҙер һалҡынлыҡ менән үҙенән этәрә. Гүзәлиә Тимерйән ҡыҙы ла үҙ эштәрендә тап күҙҙәргә айырым баҫым яһай.
Ябай ғына таҡта киҫәге, пресланған фанера күҙ алдында йәнләнә. Лобзик, дрель, бумала, буяуҙар ярҙамында ҙур матур күҙле матрешкалар барлыҡҡа килә.
- Был шөғөл менән 2008 йылда декрет ялында ултырғанда мауығып киттем. Уға тиклем бәләкәй балаҫтар, ойоҡбаштар, кофталар бәйләй инем. Хәҙер бына таҡтанан әйберҙәр киҫеп, уларға биҙәктәр төшөрәм. Төрлө фигуралар уйлап табам... Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ стена гәзиттәренә һүрәт төшөрҙөм, төрлө нәмәләр яһай инем, ниндәйҙер матур һәм файҙалы әйберҙәр эшләгем килде. Мәҫәлән, кухняла һәр ваҡыт кәрәкле аҙыҡ турағыс таҡта, - ти Гүзәлиә Тимерйән ҡыҙы.
Ә был таҡталар ябай ғына түгел, күҙ яуын алырҙай ҡара, зәңгәр, йәшел күҙле сибәр ҡыҙҙар һынында!
- Ҡайһы бер матрешкалар менән айырылышҡы ла килмәй, ҡайһы берҙәрен яҡындарыма бүләк итәм. Бигерәк тә күҙҙәр төшөрөргә яратам, - тип серҙәре менән бүлеште әңгәмәсем.
Уның балалары ла ижад менән мауыға. Өлкән улы Нуршат - ғаиләлә оҙаҡ көтөп алынған бала, шуға ла уға шатлыҡ нуры тип исем биргәндәр, оригами яһарға ярата. Ҡыҙы Алина пластилиндан бәләкәй генә эттәр, башҡа йәнлек һындары, йәнһүрәт персонаждары яһай. Икенсе улы Илшат хужалыҡта ярҙам итергә ярата, бик бөтмөр бала.
Бер нисә йыл элек Гүзәлиә һәм Илвир йәш ғаиләләргә ярҙам программаһы буйынса Казанка ауылында йорт һатып алған. Балалары Раевка ауылы гимназияһында уҡый, уларҙы мәктәп автобусы йөрөтә.
Гүзәлиә Тимерйән ҡыҙы тәүҙә үҙе тыуып үҫкән Отрада ауылында башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эшләгән, унда тоҙло ҡамырҙан әйберҙәр яһау түңәрәге алып барған, балаларҙы төрлө сувенирҙар яһарға өйрәткән. Ситтән тороп, культурология уҡытыусыһы белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай.
Бөгөн Гүзәлиә Тимерйән ҡыҙы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында рус теле уҡытыусыһы булып эшләй, ә тормош иптәше Илвир Миҙхәт улы – “Раевка” йәмғиәтендә тракторсы-машинист.
Зыязетдиновтар икеһе лә яратҡан эше, йорт хужалығы менән шөғөлләнә, балалар үҫтерә. Әммә көндәлек мәшәҡәттәрҙән бер аҙ арынып, буш минуттары килеп сыҡҡанда, Гүзәлиә Тимерйән ҡыҙы ҡулына ғәҙәти эш ҡоралдарын алып, яңы образдар тыуҙыра, иҫ киткес ҡул эштәре коллекцияһын тулыландыра.