Балалар күңелен белем һәм изгелек нуры менән яҡтыртҡан, үҙ эшенә бөтә көсөн һәм күңелен биргән, ҙур түҙемлелек менән, арымай-талмай уҡыусыларын белем үрҙәренә әйҙәгән мөғәллимдәр хөрмәтенә бик күп шиғырҙар, йырҙар ижад ителгән. Бөгөн дә эргәбеҙҙә үҙ ғүмерҙәрен ошо изге һөнәргә бағышлаған кешеләр булыуы бик ҡыуаныслы.
Мәғариф ветераны, Раевка 2-се урта мәктәбенең химия уҡытыусыһы Юлия Федоровна Петрова яратҡан эшенә бөтә көсөн һала.
Йәш кенә килеш Ҡайраҡлы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башланғыс синыф уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай ул. Әммә тормош үҙ төҙәтмәләрен индерә. Юғары белем алғандан һуң, йәш белгес 1991 йылда 2-се мәктәпкә эшкә килә һәм, әйтергә кәрәк, быға һис кенә лә үкенмәй. Бихисап балаларҙа химия фәненә һөйөү уята ул. Уҡытыусының үҙен тыныс тотоуы, баҫалҡы холоҡло булыуы һәм үҙ эшен яҡшы белеүе, уның “аҡыллы” дәрестәре уҡыусыларында тәрән хөрмәт хисе уята.
Һоҡланғыс уҡытыусы, балалар йөрәгенә асҡыс таба белгән Юлия Федоровна уҡыусыларҙың ижади һәләтен арттыра, уларҙа яуаплылыҡ тәрбиәләй. Уның дәрестәре бик күңелле һәм мауыҡтырғыс үтә. Ошо йылдар эсендә күпме балаға төплө белем биргән, күңел йылыһы өләшкән һәм тырыш хеҙмәт һалған ул! Уның уҡыусылары белемгә ынтылыуҙары, ҡыҙыҡһыныусан булыуҙары менән айырылып тора, улар проект һәм тикшеренеү эштәрендә ҙур теләк менән ҡатнаша, район, төбәк, бөтә Рәсәй олимпиадалары һәм конкурстарында призлы урындар яулай. Күптәре артабан да үҙ тормош юлын химия өлкәһе менән бәйләй.
35 йыл педагогик эшмәкәрлек дәүерендә Юлия Федоровна бер нисә быуын мәктәп тамамлаусылар - изге күңелле, талантлы уҡыусылар тәрбиәләне. Улар араһында уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, хәрбиҙәр, һатыусылар бар...
Юлия Федоровна бик ярҙамсыл, шул уҡ ваҡытта бик талапсан һәм етди уҡытыусы, педагогик коллектив, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре араһында лайыҡлы абруй ҡаҙанған. Унда ысын мөғәллимәгә хас бөтә сифаттар – талант, күңел йылылығы, һиҙгерлек һәм түҙемлелек бар. Уның балаларҙы уҡытыу оҫталығына һоҡланмау мөмкин түгел.
Ю. Ф. Петрова күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, күп кенә грамоталар һәм дипломдар менән бүләкләнде.
Наталья СТЕПАНОВА,
мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире.