Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
12 Июль 2019, 14:49

Торонтайыш уңғаны

Үзбәкстандың иң матур ҡалаларының береһендә донъяға килгән ҡыҙ балаға Эльвера тип исем ҡушалар.

- Миңә Эльвира тип өндәшеүҙәренә күнегеп бөткәнмен инде, - ти Торонтайыш ауылының почта элемтәһе бүлексәһе етәксеһе Эльвира Закуан ҡыҙы Ғәниева.

Осрашыуыбыҙ осраҡлы түгел ине. Был бүлексә Әлшәй һәм Миәкә райондарының берләштерелгән почтамтары араһында матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы ун бүлексә иҫәбенә ингән. Һөнәри байрамдары алдынан етәкселек тап ошо коллективтың эшен яҡтыртыуҙы һораны.

Кәштәләрҙә гәзит-журналдар ята, улар араһында беҙҙең район баҫмаһы ла бар. Бында шулай уҡ көндәлек тауарҙар ҙа урын алған. Хат ташыусылар ауыл халҡына гәзит-журналдар менән бергә кәрәк-яраҡ тауарҙарын да алып бара.

- Район гәзитенә яҙылыу планын үтәнек. 35 кеше – рус, 57-һе татар телендәге гәзитте алдырасаҡ. Дөйөм планды ла арттырып үтәнек. Беҙҙә 480 йорт иҫәпләнә, шуларҙың 80-е буш тора, ауылыбыҙҙа меңдән ашыу кеше йәшәй. Уҡытыусылар коллективы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Атап әйткәндә, Лилиә һәм Тәминдәр Буранбаевтар унлап дана ваҡытлы матбуғат алдыра. Шулай уҡ Олия һәм Таһир Ғәйнетдиновтар, Нәсимә апай Ғимаева гәзит-журналдарға күпләп яҙыла, 90 йәшлек Ғиззәт ағай Мөҡәлләпов та гәзит уҡырға ярата, - ти Эльвира Закуан ҡыҙы.

Торонтайыштағы ике почта участкаһын почтальондар Рәзилә Рәфис ҡыҙы Хәсәнова менән Илзирә Наил ҡыҙы Йомағужина хеҙмәтләндерә. Аҙнаһына өс тапҡыр – шишәмбе, кесаҙна һәм шәмбе, көн һайын йәйәү 11 километрҙан ашыу араны үтеп, улар ауыл кешеләренә матбуғат баҫмаларын тарата.

Ун йылдан ашыу Эльвира Ғәниева етәкселек иткән был коллективта һәр кем үҙ эшен еренә еткереп башҡара. Эльвира Закуан ҡыҙы Торонтайыш мәктәбен тамамлағандан һуң ауыл хужалығы производствоһы иҡтисадсы-бухгалтеры белгеслегенә уҡып, әсәһе Наилә Ғабдулла ҡыҙының тыуған яғына йәшәргә ҡайта. Хәҙер ул ҡыҙы Башҡортостан дәүләт авиация-техник университеты студенты, алтын миҙалсы Аделина Ғәниеваның уңыштарына ҡыуанып бөтә алмай.Тырыш ҡыҙ университеттың медицина ҡорамалдары профиле буйынса биотехник системалар һәм технологиялар бүлегендә белем ала.

Тормош дауам итә. Унда уңыштар ҙа, һөйөнөс-көйөнөстәр ҙә була. Әммә иң яҡын кешеләрең, һине аңлаусы коллегаларың, яҡташтарың эргәңдә булғанда йәшәүе лә күңелле.

Читайте нас: