Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
10 Июль 2019, 11:49

Бал ҡортоноң телен балсы белер

Ҡармыш ауылы китапханаһында мәктәп лагерына йөрөүсе балалар умартасы Фәрит Абдрахманов менән осрашты.

Балдың шифаһы күптәнге замандарҙан уҡ билдәле. Мәҫәлән, Гиппократ ауырыуҙарҙы бал менән дауалаған. Сәләмәтлекте һаҡлау, ғүмерҙе оҙайтыу өсөн уларға көн дә әҙләп бал ашарға тәҡдим иткән.

Уҡыусылар Фәрит Хәйҙәр улы халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе – солоҡсолоҡ тураһында һөйләүен бик ҡыҙыҡһынып тыңланы.

- Ҡортсолоҡ - иң уңышлы шөғөлдәрҙең береһе, әммә бының өсөн умартасы үҙе лә бал ҡорто һымаҡ тырыш булырға, күп белергә,тәжрибә тупларға, егәрле,сыҙамлы,бөхтә булырға тейеш. Ҡорттар таҙалыҡты ярата, төрлө сит еҫтәрҙе лә үҙ итмәй улар. Мәҫәлән: бензин, тир, ҡан, спирт, хушбуй еҫтәренә бик асыуланалар. Ҡорттарҙы ваҡытында төрлө ауырыуҙарға ҡаршы дауалап торорға ла кәрәк, - ти умартасы.

Фәрит Хәйҙәр улы балаларға умарта, кәрәҙле рамдарҙы күрһәтте, умартасының эш ҡоралдары менән таныштырҙы, һитә, кәрәҙле бал, балауыҙ тураһында һөйләне. Осрашыу аҙағында бөтәһе бергә йыйылып, умартасы алып килгән шифалы бал менән хуш еҫле үлән сәйе эсте.


Читайте нас: