Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
21 Июнь 2019, 14:02

“Раевка шәкәр заводы – минең яҙмышым”

Ғабил Надир улы Рзаев бына 34 йыл инде Раевкашәкәр заводында хеҙмәт һала,

ул - шәкәр складының алмаштырғыһыҙ слесарь-ремонтсыһы.
- Минең яҙмышым Раевка һәм шәкәр заводы менән тығыҙ бәйле –, - ти Ғабил Надир улы. Йондоҙҙар юл күрһәткәнме, әллә яҙмыш ҡушыуы булғанмы, ҡояшлы Әзербайжан егете менән Башҡортостан ҡыҙы алыҫ Киров өлкәһендә осраша. Ғабил унда хәрби хеҙмәт үтә, ә яңы ғына аҙыҡ-түлек сәнәғәте инженер-технологы дипломы алған ҡыҙ юллама буйынса ошо өлкәгә эшкә килә. Йәштәр ошонда танышып, бер-береһенә ғашиҡ була һәм тиҙҙән өйләнешә.
Ә 1985 йылда йәш ғаилә Раевкаға күсеп килә. Икеһе лә шәкәр заводына эшкә урынлаша. Ошо дәүерҙән алып улар шәкәр ҡайнатыусыларҙың берҙәм һәм татыу коллективында хеҙмәт һала. Ғабил Надир улы - шәкәр складында слесарь-ремонтсы, ә Зөлфирә Фәйзрахман ҡыҙы - ашхана мөдире.
Район һабантуй байрамының бүләкләү тантанаһында Ғабил Рзаев та күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн республиканың Ауыл хужалығы министрлығы Почет грамотаһына лайыҡ булды. Был награданы уға яҡташыбыҙ, профессор, ауыл хужалығы фәндәре докторы, “Россельхозцентр”ҙың республика филиалы етәксеһе Рөстәм Кираев тапшырҙы.
Автор фотоһы.
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.
Читайте нас: