Байрамда ҡатнашыусылар үҙ ғаиләләрендәге традициялар һәм йолалар тураһында һөйләне. “Эҙәрмән” студияһында шөғөлләнеүсе Иван Маслов тикшеренеү эшен тәҡдим итһә, Эльзида һәм Люцелия Әсәҙуллиналар ҡыҙыл эремсек яһау серҙәре менән уртаҡлашты. “Музыкаль тамсы” вокаль берекмәһе һәм “Ҡыңғырау” ансамбленә йөрөүселәр педагогтары Гөлназ Хәкимова һәм Эльвира Вәлишина менән бөтә тамашасыларға концерт-открытка бүләк итте.
Ошо уҡ көндө халыҡ кәсептәре оҫталарының ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Район үҙәгендә йәшәүсе Оксана Чибизова талантлы оҫталарҙы берләштереп, ҡабатланмаҫ ҡул эштәре – төрлө биҙәүестәр, аксессуарҙар, интерьер әйберҙәре, сувенирҙар, декоратив-ҡулланма сәнғәт өлгөләре күргәҙмәһен тәҡдим итте.
Ольга Сямрикова - сәйлән, тимер сыбыҡ һәм тәбиғи таштар ҡулланып, төрлө бижутерия, ә Ирина Машкова фоамирандан биҙәүестәр, изолондан сәскәләр яһау серҙәре менән уртаҡлашты. Оксана Чибизова ырғаҡ һәм энәләр менән бәйләргә, кейеҙ баҫырға, ә Альмира Хәйруллина һәм Анжела Әхмәҙиева уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар тегергә өйрәтте. Людмила Сухарева – шокобокстар - үҙенсәлекле төргәктәргә һалынған татлы бүләктәр, Резеда Хисамова – төрлө аксессуарҙар, Фәнүрә Ғәниева – таҫма менән сигелгән әйберҙәр һәм матур картиналар, башҡорт милли кейеменең айырылғыһыҙ өлөшө – түшелдеректәр, Зөлфиә Нурғәлиева “декупаж” техникаһында эшләнгән әйберҙәр тәҡдим итте. Еләк-емештән ҡаҡ ҡойоу серҙәре менән Гөлнара Хәжиева уртаҡлашты. Зөһрә Ғәлләмова – кухняла ҡулланылған таҡтаны биҙәкләү, Эльвира Вәлишина хуш еҫле һабын яһарға өйрәтте. Оҫталыҡ дәрестәрендә һәр кем файҙалы кәсепкә өйрәнде.
Күргәҙмәнең шул тиклем бай йөкмәткеле булыуы ҡунаҡтарҙы ла, проектта ҡатнашыусыларҙы ла таң ҡалдырҙы. “Һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ”, “Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар” тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән шул.
Автор фотоһы.