Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
7 Декабрь 2018, 12:50

“Табиплыҡ – беҙҙең ғаилә эше”

Беҙгә ауырыуҙың терапия бүлегенә ниндәй хәлдә килеүе, дауаланыу осоронда үҙен нисек тойоуы һәм һауығыуҙың нисек үтеүе – бөтәһе лә бик мөһим.

Был тормошта һәр кем дә үҙ булмышын таба алмай, ә бына Раевка үҙәк район дауаханаһының юғары категориялы табибы, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, терапия бүлеге мөдире Ә. Р. Арыҫланова иһә үҙ маҡсатына ирешкән. Әлиә Риф ҡыҙы бына сирек быуат инде һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бихисап наградаларға лайыҡ булған. Коллективта ҙур абруй һәм хөрмәт менән ҡаҙанған.

Ул бала саҡтан табип булырға хыяллана, быға дауаханала оҙаҡ йылдар хирург, хирургия бүлеге мөдире, баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт һалған әсәһе - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Мәрзиә Әхмәтлатип ҡыҙы Шәйгәрҙанова ла булышлыҡ иткәндер, моғайын. Уның өлгөһөндә Әлиә Риф ҡыҙы медицина хеҙмәткәренең бик яуаплы һөнәр булыуын һәм был өлкәлә осраҡлы кешеләр эшләмәүен бик иртә аңлай. Ауырыуҙарға дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн төплө белемгә эйә, үҙ эшен бөтә күңелен һалып башҡарған, сабыр, мәрхәмәтле һәм пациенттарына һиҙгер мөнәсәбәттә булғандар ғына эшләй ала бында.

2-се мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағандан һуң, Әлиә Башҡортостан дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә. 1993 йылда диплом алғас, Раевка үҙәк район дауаханаһында интернатура үтә. Медицина өлкәһендә тәүге эш тәжрибәһен туплауға ул мәктәп йылдарында уҡ өлгәшә. 9-10-сы синыфтарҙа йәйге каникул ваҡытында дауахананың хирургия бүлегендә санитарка булып эшләй. Шунлыҡтан табип һөнәрен ул аңлы рәүештә һайлай. Интернатураны уңышлы үткәндән һуң, Раевка дауаханаһында ординатор булып эшкә ҡала. 1998 йылда терапия бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә.

Әлиә Риф ҡыҙын мин табиптар бүлмәһендә осраттым. Уның эш өҫтәлендә бик күп ауырыуҙарҙың амбулатория карталары ята.

- Эшебеҙҙең үҙенсәлеге һәм бер үк ваҡытта ҡатмарлылығы шунда, табип дауалау менән түгел, ә документтар менән дә даими шөғөлләнә, - ти Ә. Арыҫланова. – Квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн дауаханала дарыуҙар ҙа, диагностика ҡорамалдары ла етерлек. Күп йыллыҡ тәжрибәмә таянып шуны әйтке килә, ауырыуҙы һауыҡтырыу өсөн табипҡа бөтә белемен ҡулланып, бик күп көс һалырға тура килә. Беҙгә уның терапия бүлегенә ниндәй хәлдә килеүе, дауаланыу осоронда үҙен нисек тойоуы һәм һауығыуҙың нисек үтеүе – бөтәһе лә бик мөһим. Ә инде үҙ эшеңдең һөҙөмтәһен күреү бигерәк тә ҡыуаныслы.

Мин эшемде бик яратам һәм ул ауыр, яуаплы булһа ла, ошо һөнәрҙе һайлауыма бер ҡасан да үкенмәнем. Медицина – беҙҙең ғаилә эше. Мин әсәйем юлынан киттем, ҡыҙым Анжела ла табип һөнәрен һайланы. Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап, “Кеше хеҙмәте һәм экологияһы медицинаһының Өфө фәнни-тикшеренеү институты”нда һөнәри патология буйынса беренсе йыл ординатура үтә.

Әлиә Риф ҡыҙының һөнәре буйынса белемен камиллаштырыуҙан туҡталмай. Ул төрлө курстарға даими йөрөй, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки медицина өлкәһендә заман менән бергә атлау, белемеңде камиллаштырыу, заманса диагностика һәм комплекслы дауалау алымдарын үҙләштереү бик мөһим.

Читайте нас: