Әлшәй хәбәрҙәре
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
13 Ноябрь 2018, 12:31

Участка инспекторының ғәҙәти эш көндәре

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлеге полицияның өлкән участка уполномоченныйы, полиция капитаны Рәмил Шәүәлиев Шафран, Ыҫлаҡ, Аксен ауыл биләмәләрендә йәмәғәт тәртибен һәм граждандарҙың именлеген күҙәтә.

Уның ҡарамағында өс меңгә яҡын кеше иҫәпләнгән ун бер ауыл. Ауыл халҡы проблемалы хәлдәрҙә ярҙам һорап, тап уға мөрәжәғәт итә.

- Участка уполномоченныйҙарының эшендә иң мөһиме – хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү. Билдәле булыуынса, күп енәйәттәр эскелек арҡаһында ҡылына, шуға ла беҙҙең төп бурыс – ауылдарҙа көмөшкә һатыуға һәм уны етештереүгә юл ҡуймау, - ти Рәмил Тәбрис улы. – Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙар кәмене. Балалар енәйәтселеген булдырмау маҡсатында имен булмаған ғаиләләр менән планлы эш алып барыла. Беҙгә тәү сиратта өлкәндәр, йәштәр һәм балалар менән уртаҡ тел табыу өсөн яҡшы психолог та булырға кәрәк.

Балаларға килгәндә иһә, ишле ғаилә башлығы булараҡ, Р. Шәүәлиевтың тәрбиә өлкәһендә тәжрибәһе ҙур. Тормош иптәше Маргарита менән (ул Шафран урта мәктәбендә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй) өс ул: Рәмис, Руслан һәм Вилданды тәрбиәләйҙәр. Өлкән улдары спорт секцияларында шөғөлләнә, Руслан музыка мәктәбендә флейта һәм фортепианола уйнай серҙәренә төшөнә.

Мәктәпте тамамлағандан һуң Рәмил Тәбрис улы Бәләбәй ауыл хужалығы техникумына уҡырға инеп, механик һөнәрен үҙләштерә. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфөлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы органдарында өс йыл эшләй. “Янғын һүндереүҙә күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалына лайыҡ булған. Р. Шәүәлиев бына инде туғыҙ йылдан ашыу хоҡуҡ тәртибе һағында тора, бер нисә тапҡыр миҙалдар менән бүләкләнгән.