Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
7 Ноябрь 2018, 12:54

Һәр замандың үҙ кулибины

Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан Вәсим Кирәев үҙенә хужалыҡта ҡулланырлыҡ бик шәп ярҙамсы эшләп алған.

Бәләкәй трактор? Юҡ. Квадроцикл? Уға ла оҡшамаған. Дүрт тәгәрмәсле, двигателе - мотоблоктан, тәгәрмәстәре – автомобилдеке, торғаны бер мөғжизә инде!

Бөгөн бындай ғәҙәти булмаған транспорт ауыл урамдарында йыш ҡына осрай. Үҙ ҡулдары менән техника яһаған оҫталар һәр ерҙә лә бар. Кулибин, оҫта, алтын ҡул, йомробаш ти ауылдаштары ундайҙар тураһында.

Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан Вәсим Кирәев та шундай “кулибиндар”ҙан һанала. Ул үҙенә бәләкәй генә булһа ла, хужалыҡта ҡулланырлыҡ бик шәп ярҙамсы эшләп алған.

Вәсим - һөнәре буйынса шофер. ДОСААФ автомәктәбен тамамлап, бер аҙ колхозда эшләп алғас, хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Унда ла шофер була, тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡас та яратҡан һөнәре буйынса эшләүен дауам итә.

Вәсим Яҡшығол улы бала саҡтан уйлап табыуға һәм техник ижадҡа ынтыла.

- Бына был яра эҙе – уңышһыҙ тәжрибә иҫтәлеге. Алты-ете йәшемдә ағас машина яһарға уйланым һәм саҡ бармаҡһыҙ ҡалманым, - ти ул, көлөп.

Кирәевтарҙың ихатаһы ауылдаштарыныҡынан бер нимәһе менән дә айырылмай – аҙбар тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, йәшелсә-емеш баҡсаһы. Бер һүҙ менән әйткәндә, бында бөтә ғаилә ағзаларына ла эш етерлек.

- Хужалыҡта эштәрҙе еңелләштереү тураһында күптән хыяллана инем, нисектер ҡул теймәне, ярҙамсыларым да эргәмдә булды. Хәҙер инде улдарым үҫеп таралышты, тормош иптәшем менән икәү генә ҡалдыҡ. Картуф ултыртырға, утарға, уңышын йыйып алырға, мал-тыуарға бесән әҙерләргә лә кәрәк. Ауылда эш бөтмәй инде ул, - ти оҫта.

Быйыл яҙ ул тәүәккәлләп эшкә тотона. Күршеһе Раян Садиҡов та ярҙамға килә, икәүләп Интернет селтәрен гиҙеп, кәрәкле мәғлүмәт эҙләйҙәр. Эштәр ҡыҙыу бара. Һәм берҙән-бер көндө Кирәевтарҙың ихатаһында Т-150К тракторына оҡшаш “мөғжизә” барлыҡҡа килә. Двигателе мотоблоктан булһа, башҡа өлөштәре - иҫке “Москвич”тан. Ҡул аҫтындағы материалдарҙан аҫылмалы ҡорамалдар ҙа эшләп ҡуялар.

Иң тәүҙә тулы приводлы был мөғжизәне ер һөрөүҙә һынап ҡарайҙар. Техника имтиханды уңышлы үтә. Артабан һынау картуф сәскәндә дауам итә. Йәйен картуф күмдерәләр, көҙөн ҡаҙып алыуҙа ҡулланалар. Бесән әҙерләү ҙә тап ошо трактор “иңенә” төшә.

- Әлбиттә, эш барышында ҡайһы бер деталдәрен алмаштырырға, бик күп нәмәләрҙе яңынан уйлап сығарырға тура килде. Махсус бер ниндәй ҙә запас частар һатып алынманы, бөтәһе лә ҡул аҫтында булған тимер-томорҙан эшләнде. Әммә тракторҙы тағы ла камиллаштыраһы бар әле. Тышҡы ҡиәфәте лә матур булырға тейеш бит. Механик системаны гидравликаға алмаштырыу уйы ла бар, - тип пландары менән уртаҡлашты оҫта.

Дөйөм алғанда, Вәсим Кирәев үҙ эшенән ҡәнәғәт. Шулай булмай ни – был техника сәғәтенә 400 грамм бензин сарыф итә, ихатала күп урын да алмай. Ә иң мөһиме – төрлө эштә файҙаланырға мөмкин. Оҫтаның тормош иптәше Мәрзиә лә шатлығын йәшермәй. Сөнки был мөғжизә-техника хужалыҡтағы бөтмәҫ эш-мәшәҡәттәрҙе байтаҡ еңеләйткән бит.

Вәсим Кирәев “ҡорос аты” менән.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һеҙҙең арала ла шундай оҫталар булһа, иманым камил, улар бар, беҙгә редакцияға хәбәр итегеҙ, ауыл “кулибиндары” менән таныштырығыҙ.

Читайте нас: